Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 145.

145 ТУҘАЯҠ II (миас., арг., кызыл.) см. төйөҫ Туҙаяҡ яҫай торғайныҡ сәй эсеүгә, жиләк йыйыуға. (ДСБЯ, 2002). ТУҘАЯҠ III – берестяной лоток (для просеивания муки) – birch bark tray (for sifting flour) Туҙаяҡ – он иләгән иләк аҫтына ултыртыу өсөн махсус туҙҙан яһалған һауыт. Иләгәндә он ситкә туҙмаҫлыҡ ҙурлыҡта йәйенке, ситтәре һыныҡ һөйәм бейеклегендә була. [Башҡорт лөғәте: 1926...]. ТУҘАЙЫҠ I (миас.) см. төйөҫ Киптерелгән еләк, андыҙ тамырҙарын туҙайыҡҡа һалып ҡуя торғайнылар. ЭМ. ТУҘ БИҘРӘ см. туҙкүнәк Айран, ҡатыҡ әҙерләү һәм һөт һаҡлау өсөн ике ҡат туҙҙан эшләнгән, алынмалы ағас төплө туҙ биҙрәләр эшләгәндәр. БЭ. ТУҘҒАП см. тырыз II Семәрләп эшләнгән туҙғап – резной берестяной короб ТУҘ ИЖАУ (сред.) см. туҙ сүмес Урта һөйләштә ололар еләк-емеш йыя торған муҙғаны туҙ ижау ти торғандар ине. ТУҘ ЙАНДАУЫ (сред.) см. туҙ һауыт Еләк йыймаға туҙ йандауы текмәгә килтергән (ДСБЯ, 2002). ТУҘ КӨРӨШКӘ – берестяная кружка, сделанная из плотной вываренной и пропитанной жиром бересты, соединенная стреловидными зубцами «в замок» – birch bark mug Мансур йылҡы итен ҡырҡҡыланы, турһыҡтан туҙ көрөшкәләргә ҡымыҙ ҡойҙо. Н. Мусин. Күсем Түләкәев бик тә иркен тотоп, туҙ көрөшкәнән ҡымыҙ һемерә. Н. Мусин. ТУҘКҮНӘК – берестяной подойник, сделанный из плотной бересты вываренной и пропитанной жиром, соединенной стреловидными Туҙкүнәк – бешекләнгән һәм май һеңдерелгән тығыҙ туҙҙан яһалған бейә һауа торған күнәк. КФ. Туҙкүнәк яһағанда тоташтырылған ерҙәрен
Закрыть