Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 140.

140 ТОРБА – мешок для кормления лошади – horse feeding bag Торба – аттың башына элеп һоло ашата торған моҡсай. Г.Д. Зайнуллина. Торба (дурба, мөшкә) – ат моронона кейҙерелә торған тоҡсай. Ф.С. Мурзакаев. ТОТҠАЛЫ КӨРШӘК – кухоль, горшок с ручками (ручкой) – kitchen Ҡара диңгеҙ буйында табылған оҙон муйынлы, ике яҡтан тотҡалы көршәктәргә оҡшамағандар. З. Ураҡсин. Ауыҙы семәрләп яһалған һүрәттәрҙән торған, ике тәкә башы булып бөткән тотҡалы көршәктең күсермәһенә тамға һуғасаҡ. Ғ. Хисамов. ТОЯҠЛЫ ҺАУЫТ (инзер.) см. ваза II Өҫтәл түрендә алма өйөлгән тояҡлы һауыт тора. ТОЯҠТЫҠАЙ – сундук с подставкой – chest with stand Салйоғот һөйләшендә тояҡлы һандыҡты тояҡтыҡай тип атайҙар. Н. Мәҡсүтова. ТӨЙГӨС I – деревянная толкушка – wood crush Ҡайҙалыр һис өҙлөкһөҙ гөп-гөп-гөп иткән тауыш сыға, әйтерһең, көбөләй оло килелә ниндәйҙер ғифрит ғәжәп ҙур төйгөс менән киндер төйә. Н. Мусин. ТӨЙГӨС II – пест, пестик – pestle Ҡәбергә бронза беләҙектәр, әүәләп яһалған балсыҡ һауыт-һаба, һөйәк сөй һәм таш төйгөс һалынған. БЭ. Ана, тула һуға торған көрөҫ, сүре, тоҙ төйә торған төйгөс менән киле, ҡул тирмәне. Р. Өмөтбаев. ТӨЙГӨС III – ступка– mortar Таш төйгөс – каменная ступка Борос төйгөс – ступка для перца
Закрыть