Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 139.

139 ТОҠСА см. янсыҡ II Тоҡса – янсыҡ. Берәр бот он һыйырлыҡ ҡапсыҡтарға ла әйтелә [Башҡорт лөғәте: 1926...]. ТОҠСАЙ I – тряпичный или полиэтиленовый мешок для пищи (обычно 60х90 см.) – polyethylene bag Ауыҙ тоҡсай түгел, бәйләп ҡуйып булмай. Мәҡәл. Мәғфүрә уға сәй эсереп, бер тоҡсайға бер таба сөсө күмәс һалып бирҙе. Һ. Дәүләтшина. ТОҠСАЙ II см. янсыҡ II Бер заман бабай юлдан бер тоҡсай аҡса табып алған, ти. [БХИ. 9-сы том, 2008]. Баян майэлгестең ҡанатына бер йыуаса һалған бәләкәй генә тоҡсай тағып ебәрә. Ҡуҙыйкүрпәс мән Баян. Вариант 7/Архив УНЦ РАН, фонд 3, опись 21, ед.хр.8/47 Байҙың бер ҡыҙы, йүгертеп, тоҡсай алып килде, ти [БХИ. 9-сы том, 2008]. ТОҠСАЙ III – кожаный мешочек или роговидный сосудец для дроби – leather pouch or horny vessel for shot Уяныуҙарына шыршы ботағында бер бәләкәй тоҡсай менән мылтыҡ эленеп тора, ти. [БХИ. 14-се том, 2015]. Тоҡсайға ваҡ дары тултырыу – наполнить дробницу мелкой дробью ТОҠСАЙ-МОҠСАЙ см. янсыҡ II Машинанан төшкәс, һалдаттар сумаҙан- фәлән, тоҡсай-моҡсай күтәреп, әлеге барактарға йүнәлде. С. Поварисов. ТОЛҒА – треножник – trivet, tripod Толға – таба, сүлмәк кеүек нәмәләрҙе ултыртып бешеренә торған нәмә. Түңәрәк ҡулсаға өс аяҡ беркетелеп эшләнгән була [Башҡорт лөғәте: 1926...].
Закрыть