Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 126.

126 Емеш бөтә сынаяҡ, сәйгүн, тәрилкә кеүек нәмәләрҙе тоҙ менән ышҡып, йылтыратып йыуып ултыртты. З. Биишева. СӘЙГҮН III – кувшин; кофейник – jag; coffee pot Ғәйсәр ят кеше алдында һыр биргәнсе һырт бир тип, бер сәйгүн әсе бал һарҡытты.С. Шәрипов. Шафиҡ баллы сәйгүн алды. Ғ. Хисамов. СӘЙГҮШ (нижнебельск., танып., гайн., караид.) см. сәйгүн I Еҙ сәйгүш – медный чайник Сәйгүш ҡайнатыу – вскипятить чайник СӘЙҒОМҒАН (сакм., айск.) см. сәйгүн I Электор сәйғомғаны – электрический чайник СӘЙ ҠАЛАҒЫ (сред.) см. балғалаҡ I Сәй ҡалағының тотҡаһын танауының осона баҫтыра ла башын тегеләй ҙә былай йөрөтә. Р. Байбулатов. СӘЙ ҠАЛАЙЫ см. сәй һауыты Сәй ҡалайына бушатылған бөртөклө сәйҙең хуш еҫтәре таралды. СӘЙ ҠАШЫҒЫ (дем., сред.) см. балғалаҡ I Ҡеүәтов бая ултырған урынына килеп ултырҙы ла сәй ҡашығы менән бойҙай бөртөктәрен банканан алып быяла өҫтөнә таратып һалып, һәр бөртөктө лупа аша ҡарап тикшерә башланы. Ә. Вәли. СӘЙ ҠУМТАҺЫ см. сәй һауыты Ус аяһындай ҡағыҙ иҫенә төштө. Дүрт ҡағыҙ ятҡан сәй ҡумтаһына һалып ҡуйырға кәрәктер бит был ҡағыҙҙы... Хәҙер бишәүһе бер сәй ҡумтаһына һыйҙысы… Ш. Янбаев.
Закрыть