Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 120.

120 СҮГӘТӘ см. сеүәтә II Зөһрә .. тоҡтан бер ағас сүгәтә, ҡалаҡ алды. А. Таһиров. Бригадир, ипләп ултырып, бер сүгәтә һурпаны икмәкләп тороп һуҡты. Й. Солтанов. СҮЛМӘК – горшок (округлый глиняный глубокий сосуд с узким дном для приготовления и хранения горячей пищи) – clay pot Аҙыҡ һаҡлау йә һурпа бешереү өсөн балсыҡтан яндырып яһалған төбө тар сөм һауыт сүлмәк тип атала. КФ. Май сүлмәге тышынан билдәле. Әйтем. Өҫтәл уртаһына, ҡуйы быу бөркөп, ҙур ҡара сүлмәк килеп ултырҙы. Й.Мостафин. Бәләкәй генә сүлмәгемдә тәмле бешә сумарым. (Сәтләүек). Йомаҡ. *«Сүлмәк ватыу» уйыны – название игры, досл. разбей горшок *сүлмәк мурҙа – морда, плетеная как корзина *йоҡо сүлмәге – соня СҮЛМӘК ҠАҘАН I (арг., кызыл., миас., сред.) – глубокий котел – deep cauldron Сүлмәк ҡаҙанды өсаяҡҡа ултыртып бауырҫаҡ бешерәбеҙ. (ДСБЯ, 2002). СҮЛМӘК ҠАҘАН II (миас., арг.) – треножник (металлический котёл с тремя ножками для разогревания воды или приготовления пищи) – tripod Сүлмәк ҡаҙанда аш бешереү – сварить суп в треножнике Сүлмәк ҡаҙан – усаҡта аш-һыу бешереү өсөн өс аяҡлы ҡаҙан, йә суйын ултыртылған өс аяҡлы металл ҡоролма, йә ҡаҙан, суйын ултырта торған өс аяҡлы дүңгәләк тимер. КФ.
Закрыть