Валиева М.Р. Кухонная утварь (на материале диалектов). Словарь. – Уфа, 2023. – 280 с. Страница 102.

102 – pot Мөзөнниктә бешереү – варить в чугунном горшке МӨШКӘ см. дорба Атты ашатыу өсөн моронона кейҙере торған тоҡсай мөшкә була. КФ. МУҘҒА I – лукошко (изготовленное плетением (свиванием) из бересты, луба, драни для переноски ягод, грибов, орехов и мелкой клади) – birchbark basket, hanaper Муҙға – ҡапҡаслап, бауҙан тотҡа тағып, туҙҙан яһалған һауыт. АСБЯ. Әсәһе бер биҙрә йыйғансы, Ғәлиәхмәт тә үҙенең кескәй генә муҙғаһын еләк менән тултырып алды. Р. Байымов. МУҘҒА II (миас., ик-сакм., сред.) – роевник, ройник, ройница (обтянутое холстом лукошко из бересты для временного помещения вылетевшего из улья роя пчел) – birch bark box (for temporary accommodation of bees) Күҙ эйәләшә бара өйҙөң иркенлеге беленде. Бер мөйөштә муҙға, төтөнлөк, бүтән умарта ҡорамалдары эленгән. Ғ. Хөсәйенов. МУҠСА (кызыл., миас., сред.) см. муҡсай I Һәр кем муҡсаһына әпәй, йомортҡа һалып алған. Р. Камалов. Башаҡтарҙы муҡсаһына тултыра. Аҙаҡтан ҡараһа, муҡсаһы буп-буш. М. Кәрим. Ағас башында бәйле муҡса. (Ҡош ояһы) Йомаҡ. [БХИ. 9-сы том, 2007]. *муҡса – мешочек тычинок *көтөүсе муҡсаһы – пастушья сумка (фитоним) *муҡсалы бәшмәк – гриб сумчатый
Закрыть