күренгән бар очерк, хикәйә, повесть, романдарға ла туҡтала бит...
Хеҙмәт ғалимдың ғүмер буйы тигәндәй туплаған мираҫы булһа ла һуңғы өлөштәренең яҙылыуы 80-се йылдар башына ҡарай. Шуға ла ул шул осорҙоң, бөгөнгө күҙлектән сығып ҡарағанда, әгәр шулай әйтергә яраһа, етешһеҙлектәрҙән дә азат түгел. Әммә етешһеҙлектәр Ә. Вахитовтыҡы тип әйтергә тел әйләнмәй, хатта ул тикшергән яҙыусыларҙыҡы ла түгел, ә заман, үткән быуаттың 80-се йылдарына тиклем булған идео логия ҡыҫымынан килгән сәйәси күренеш тип атар инем. һүҙ — Зәки Вәлиди образы тураһында. А. Таһиров «Ҡыҙыл- гвардеецтар», «Ҡыҙылармеецтар» дилогияһында, Ф. Иҫәнғолов «Ир-егеткәй менән ат башы» романында, саҡ ҡына һуңыраҡ Я. Хамматов та Зәки Вәлидиҙе карикатур планда, ата милләтсе итеп һүрәтләй. Башҡорт милли хәрәкәте юлбашсыһына респуб ликала ғына түгел, дөйөм илдә рәсми рәүештә шундай негатив ҡараш булдырылған икән, яҙыусыға шул ҡарашты сағылды рыуҙан башҡа сара юҡ. Ә үткән быуаттың егерменсе йылдар башына тиклем илдәге сәйәси тормошто Зәки Вәлиди шәхе сенән башҡа күҙ алдына килтереп тә булмай. Аталған яҙыусы лар, шул ҡатмарлы заманды һүрәтләгәс, Рәсәй кимәлендәге был сәйәсмәнде әҫәренә индермәй булдыра алмай, сөнки башҡорт милли хәрәкәтен, автономия алыу мәсьәләләрен, Ленин, Сталин, башҡалар менән аралашыу-хатлашыу, бәхәс- полемикаларын күрһәтмәү мөмкин дә түгел.
Әлбиттә, был сәбәп, тағы килеп, марксизм-ленинизм клас сиктарынан, социалистик реализм методы буйынса ижад итеүселәрҙән цитаталар килтереү һәм башҡа шартлылыҡтар ғына хеҙмәттең ҙурлығын төшөрә алмай. «Башҡорт про заһының жанр-стиль ҡанундары» — прозаның күренекле айы рым әҫәрҙәрен тикшереү, милли прозаны, бигерәк тә роман жанрының барлыҡҡа килеүен, үҫешен, камиллашыу процесын, бөгөнгө бейеклектәрен, тенденцияларын, йүнәлешен, темати каһын глобаль масштабта юллау башҡорт әҙәбиәтенең тарихын өйрәнеүҙә — феноменаль күренеш. Ошо йәһәттән ул ғалимдар, яҙыусылар, уҡытыусылар, ябай уҡыусылар, ғөмүмән, һәр зыя лы кеше өсөн бик кәрәкле ҡулланма була ала.
Әмир Әминев