тып хикәйәләүҙән уның тарихи үҫешен процесс итеп сағылды рыуға баҫым яһау күренеп тора. Ә инде был үҙе үк — тормош тоң айырым ваҡиғаларын хикәйәләүҙән, уны тарихи үҫешендә һүрәтләргә ынтылышты күрһәтеүсе алым. Ләкин бының менән мин, әҫәрҙең документаль нигеҙе юҡ тип әйтергә теләмәйем. Киреһенсә, әҙәби-художестволы әҫәрҙә документаллекте, та рихи процесты күрһәтерлек юғарылыҡҡа күтәрә алыу үҙе үк яҙыусының билдәле дәрәжәлә уңышҡа ирешеүе булып тора.
В. Исхаҡовтың, романист булараҡ, ошо уңышын билдәләү менән бер рәттән, әҫәрҙең был киҫәгендә артыҡ информация- лылыҡҡа, хәбәр итеүгә баҫым яһауын да әйтке килә. Ошо уңай менән тағы бер мөһим ижади бурысты хәл итеү кәрәклеге лә күҙгә ташлана. Ул да булһа — документаллек һәм художество лы фантазия нисбәте мәсьәләһе. Быны хәл итеү әҫәрҙең жанр характерын да асыҡлар ине. Әйтәйек, ундағы Бәхтизин яҙмыш өсөн әһәмиәтле булған төп ваҡиғалар, мәҫәлән, маршал Воро шилов, Блюхер менән осрашыуҙар, ябай һалдаттан Совет Ар мияһының полковнигы дәрәжәһенә күтәрелеү юлындағы башҡа мөһим эпизодтар, әлбиттә, төп геройҙың шәхси биогра фияһына, хатта анкетаһына ла тап килә. Әммә бына шул био графияны, анкета күрһәткестәрен, шәхси тормош юлында булған төрлө хәл-ваҡиғаларҙы художестволы эпизодҡа, ә шәхси биографияның үҙен художестволы сюжет динамикаһына әйләндереү инде әҫәрҙең документаль биографик ҡына бул майынса, тарихи-биографик характерын алыуын күрһәтә. Бы на, мәҫәлән, Бәхтизиндың Готлунд баяр имениеһына барыуы, яҡташтарын был эштә башлап йөрөүе күренеп тора — доку менталь, ә инде һуғышта оберштурмбанфюрер Готлунд менән осрашыуы тормошта булған һүрәттә лә әҙәби алым булып тора. Минеңсә, тап бына Бәхтизиндың Готлунд менән осрашыуын һүрәтләүе авторҙың әҫәр сюжетын билдәле дәрәжәлә «ирекле» төҙөргә ынтылыуын күрһәтә, һәм тап ошо эпизод әҫәрҙең идея- эстетик, мораль-этик йөкмәткеһен билдәләүҙә лә ҙур роль уйнай. Ләкин автор ошо бик отошло эпизодтың идея- йөкмәткеһен ниңәлер тейешенсә үҫтереп еткермәй. Ул башҡа ваҡиғалар ағымында юғалып ҡала.
Шулай ҙа «Ҡындан һурылды ҡылыстар», «Имәндәр баш эймәй» тигән ике бүлектән торған был әҫәр, башҡорт рома нистикаһында тарихи-биографик пландағы тәүге тәжрибә булыуына ҡарамаҫтан, ғөмүмән алғанда, уңышлы һәм һәйбәт тойғо уята.
449