Д. Исламовтың «Мәскәү юлы» романы башҡорт прозаһында Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында икенсе етди әҫәр булды. Автор һуғышҡа бөгөнгө көн күҙлегенән, яңыса ҡарай, уны яңыса һүрәтләй һәм баһалай, һуғыштан һуң сыҡҡан тәүге әҫәрҙәрҙә һуғыш бер яҡлыраҡ, әйтергә кәрәк, өҫтәнерәк хикәйәләнә, ваҡиғаларҙың физик йөҙөн асыу алғы планда тора ине. Хәҙер ге әҫәрҙәрҙә, шул иҫәптән «Мәскәү юлы» романында ла, һуғыш тәрән уйланыуҙар, кисерештәр сығанағы итеп, кешенең кеше леклелеге һәм гуманистик сифаты йәки меҫкенлеге һәм ваҡлығы асыла торған бер ҡырҡыу замана, ваҡыт арауыҡтарын үҙенсә боҙа һәм үҙенсә яңынан ойоштора, яңы мораль-этик нормалар билдәләй торған дәүер итеп һүрәтләнә. Ваҡыт та, арауыҡ та бында яңы йөкмәтке ала, яңы социаль-фәлсәфи сағылыш менән байыға. Ошондай тығыҙ, ҡырҡыу тормош ағышы берәүҙәрҙе уның эске, потенциаль мөмкинлектәренә ҡарап йә балҡып китерлек итеп тоҡандыра, йә бөтөнләй һүндерә, түбәнгә бырғыта. Сөнки һуғыш үҙенең социаль-фәлсәфи, мо раль-этик йөкмәткеһе менән күп төрлө категорияларға эйә. Бында героика менән хыянат, бөйөклөк менән ваҡлыҡ, юғары лыҡ менән бысраҡлыҡ йәнәш. Д. Исламов һуғыштың ошо һыҙаттарына һис тә күҙ йоммай, тәрән реалистик һүрәт менән ҡатмарлы картина тыуҙыра. Ләкин алдан уҡ шуны ла әйтмәй булмай: роман композицион яҡтан икегә бүленгән. Тәүге өлөшө башҡорт ауылы, Шамун ҡарт ғаиләһе менән бәйләнгән булһа, икенсеһе — Богданов даирәһе аша һуғыш — Мәскәү юлындағы алыш һүрәтләнеүендә бирелә. Был географик киңлек ваҡиғаларҙың объектив ағышынан килә, әлбиттә.
Тимәк, художестволы һүрәтләү нисек кенә шартлы бул маһын, ул тормоштоң объектив ағышынан ситкә китә алмай. Был — бер булһа, икенсенән, Д. Исламов үҙ әҫәренең был һыҙатын һис тә онотмай. Нисек тә булһа уның бөтөнлөгөн, теүәллеген тәьмин итергә тырыша. Бының өсөн ул үҙ идея-ху- дожестволы концепцияһын образлы символикаға (Мәскәү юлы) нигеҙләй, публицистик пафос менән нығыта. Мәскәү юлы — ул еңеү юлы. Әммә был еңеүҙең ҙур ауырлыҡтар, һынауҙар, юғал тыуҙар аша яуланыуын автор бик асыҡ күрһәтә.
«Көньяҡ ҡояшы» ла Д. Исламов талантына ғына хас ихлас лыҡ һәм шиғриәтлек менән яҙылған. Автор үҙ геройҙарының эшмәкәрлеген, холоҡ-ҡылыҡтарын яратып, үҙ итеп баһалай һәм ошо хәл романға лирик аһәң бирә. Шуның менән бергә персонаждар күңелен асыуҙа яҙыусының оҫта файҙаланған 443