ла — бөгөнгө әүҙем натуралы, ҡыйыу фекерле, алға ҡарап йәшәүсе кешеләр. Юғары интеллект, тормошто анализлау ни геҙендә яңы идеялар күтәреү, шуларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн көрәш — мәҫәлән, Ш. Янбаев геройҙарының төп сифаты.
Оригиналь образдары, нигеҙле идея-художество концеп цияһы, шиғриәтлелеге менән «Зәңгәр сатыр», ысынлап та, башҡорт прозаһына яңы төҫ булып өҫтәлде. Үҙ хеҙмәтенә дәүләт мәнфәғәтенән сығып ҡараусы ҡыйыу геолог Сынтимер Байназаров, ижади ынтылыштарын ҡартлығына тиклем һаҡлай алған Сөләймән Сәғит улы, «йәшәү Ағиҙеленән ҡалмаҫҡа» тырышыусы Кулсинбаев, тормошҡа яңы аяҡ баҫыусы Гөлгөнә менән Ромашка образдарының һәр береһенең үҙ йөҙө, был яҡты донъя — зәңгәр сатыр аҫтында үҙ урыны, йәғни үҙ позицияһы, шул позицияны яҡларҙай дәрт һәм дармандары бар. Сөнки улар — ошо зәңгәр сатыр аҫтындағы оло донъяның хужалары, уны яңыртыусы, киң күңелле, бай натуралы кешеләр.
Тормош менән генә түгел, тәбиғәт менән дә һин дә мин мөнәсәбәттә булған был образдарҙың уртаҡ сифаттары ла, үҙҙәренә генә хас айырым һыҙаттары ла бар. Сөләймән Сәғит улы үҙ эшенең һәм үҙ посының юғарылығынан тороп һалҡын ҡанлылыҡ менән нигеҙле һәм киң стратегик пландар ҡороп йәшәһә, Сынтимер Байназаровҡа әле үҙ ҡулы аҫтында эшләгәндәргә мөнәсәбәттә ҡайһы саҡта ябай такт етеңкерәмәй. Уға беренсе сиратта үҙ проектының дөрөҫлөгөн нисек тә раҫларға тырышыу ҡыҙыулығы хас. Эшләгән эше, нигеҙҙә, башҡалар ҡушҡанды үтәү булһа ла Кулсинбаев хеҙмәткә яуап лы һәм ижади ҡарашы, ә Гөлгөнә принципиаль, кешелекле булыуы менән иҫтә ҡала.
Шулай ҙа автор роман геройҙарын тейешле позицияға ҡуйып та үҙ идея-художество концепцияһын теүәлләп, йәғни производство конфликтын асыҡлап еткермәүе һәм нигеҙле социаль-фәлсәфи — дөйөмләштереү тәрәнлегенә өлгәшә ал мауы — әҫәрҙе уҡығас тамамланмағанлыҡ тойғоһон тыуҙыра. Дөрөҫ, романда Сөләймән Сәғит улы менән Сынтимер Байна заровҡа ҡаршы сығыусы карьерист, революциянан элек эре капиталист булырға хыялланған боҙоҡ тәбиғәтле Шәрәфетдин тоҡомонан булған Сарышевтың ҡара иҫәптәр менән йәшәүе, яңы геологик асыштарға ҡаршы сығырға маташыуы күрһәтелә. Сарышев үҙ яғына Сынтимерҙең дуҫы — карьера яратыусы Мансурҙы ауҙара-ауҙарыуын, әммә эш шунан уҙмай. Ҡаршы лыҡ ҙур йөкмәткеле художестволы конфликт юғарылығына 438