Утыҙынсы йылдарҙа А. Таһиров романдарында күтәрелгән был проблема Ф. Иҫәнғолов дилогияһында яңы ҡараштан баһалана. Әгәр А. Таһиров «Ҡыҙылгвардеецтәр», «Ҡыҙыларме ецтәр» дилогияһында с*Ьжетты документаль-тасуири хроника рәүешендә төҙөп, персонаждарҙы тарихҡа иллюстрация рәүешендәрәк ҡараһа, Ф. Иҫәнғолов дилогияһын характер, сюжет һәм конфликттың диалектик берлеге барлыҡҡа килтерә.
Өҫтәүенә, А. Таһиров шаһитлылыҡ принцибына ныҡ тая нып, ваҡиғаларҙы, хәл-күренеш һәм айырым тарихи факттарҙы эмпирик планда теҙеп хикәйәләү юлына баҫһа, Ф. Иҫәнғолов нигеҙле уйланған художестволы сюжет төҙөй. Әҫәрҙең компо зицияһы ла ҡатмарлы, күп планлы. Яҙыусы айырым тарихи шәхестәрҙең биографияларын ғына түгел, әҫәрҙең художество лы туҡымаһына, уның дөйөм идея-эстетик талабынан сығып, «саф әҙәби» образдар ҙа индерә, ваҡиғаларҙы ҡуйырта һәм шул нигеҙҙә хикәйәләү тығыҙлығына өлгәшә.
Шулай итеп, «Ир-егеткәй менән ат башы», «һәйкәлдәр — тереләр өсөн» дилогияһында Ф. Иҫәнғолов «Арыш башағы» романында күрһәтелгән осор ваҡиғаларынан яңы персонаждар, яңы проблемаларға таянып, өр-яңы сюжет төҙөй. «Арыш ба- шағы»нда иһә Садрислам Имәнғолов, Вәлиулла Ҡоломбәтов- тарҙың революцион эшмәкәрлеге нигеҙендә Үтәкәйҙең аҡрын лап яңырыуы күрһәтелгәйне. Ә дилогияла Ф. Иҫәнғолов киңерәк картина тыуҙырырға ынтылды. Сөнки революцияның халыҡты әүҙем хәрәкәткә алып сығыуын, ил эсендә төрлө көстәрҙең баш ҡалҡытыуын киң эпик картина менән генә күҙ алдына баҫтырып буласағын автор яҡшы аңлағайны инде. Дилогия бына шул эҙләнеү һөҙөмтәһе булып тыуҙы.
Яҙыусы «Ир-егеткәй менән ат башы» романында тормош тоң социаль мәғәнәһенең киҫкен үҙгәрешен ғаилә яҙмышына ғына бәйләмәй. Сюжет бында, бер яҡтан, Зәки Вәлидов һәм уның эйәрсендәренең халыҡты үҙ яғына ауҙарыу өсөн ялған лозунгтар ташлап, аҫтыртын һәм асыҡтан-асыҡ алып барған интригалары, икенсе яҡтан, коммунистарҙың һәм уларҙы яҡлаусы кешеләрҙең Башҡортостанда Совет власын нығытыу өсөн көрәшеүҙәрен күрһәткән картиналарҙы эҙмә-эҙлекле күҙәтеү — һүрәтләү нигеҙендә төҙөлә. Автор ана шул көрәштең төп объекты итеп милли башҡорт ғәскәрен төҙөүҙе ала. Ошо полктарҙы төҙөү, уларҙы сәйәси яҡтан үҙ яғына ауҙарыу өсөн ике яҡ киҫкен көрәш алып бара.
427