Вахитов Ә.X. Башҡорт прозаһының жанр-стиль ҡанундары - 2007. Страница 423.

сюжет һыҙығы булып үҫеп сыға. Вәлиулла Ҡоломбәтов, уның шәкерте Садрислам, ауыл мөғәллимәһе Йәмиләләрҙең халыҡты ағартыу юлындағы көрәше менән ул тығыҙ бәйләнештә би­ релгән.

«Икенсе күкрәү»ҙең үҙәгендә лә ауыл уҡытыусыһы тора. Ауылда инде Совет власы нығынған, халыҡтың күпселеге уны яҡлай. Әммә Сәхипгәрәй сауҙагәр, Сабир мулла, Өкө Мырҙа­ бай кеүек итәк аҫтынан ут йөрөтөүселәрҙең позицияһы ла ныҡ әле. Етмәһә, Сәхипгәрәй тирәһенә ҡалала етәксе урындарға оя­ лаған еренән ҡыуылған Ҡарачуриндар, элек еңел кәсеп менән шөғөлләнеп күңеле аҙған, нәфсеһе шашҡан Кәлиҙәр, иҫке донъяның боҙоҡ морале барлыҡҡа килтергән ташландыҡ бәндәләр (Өрәк менән Көсөк) йыйыла. Бына ошо атмосферала уҡытыусы Гәүһәр ғәжәп ҡыйыулыҡ менән эш башлай. Мәк­ тәбенең яндырылыуына, үҙенә әллә нисә рәт һөжүм итеүҙәренә ҡарамаҫтан, был ҡуш йөрәкле ҡыҙ ысын коммунистик ныҡлыҡ, тәүәккәллек, ынтылышлылыҡ, принципиаллек күрһәтә, шул арҡала ауыл халҡын үҙ артынан эйәртерлек аҡыл һәм көс таба.

«Икенсе күкрәү» менән «Арыш башағы» араһында идея- проблематик яҡтан ғына түгел, ана шулай айырым ваҡиғалар, эпизодтар һәм хатта образдар араһында ла ниндәйҙер яҡынлыҡ бар. Ләкин был ике әҫәр бөтөнләй ике ҡул, ике талант, ике оригиналь идея-художество концепция нигеҙендә яҙылған.

«Арыш башағы»ның сюжеты, ғөмүмән, роман жанры өсөн традицион булған ғаилә тарихынан үҫеп сыға. Әптелғәлимов- тарҙың шәжәрәһен асыҡлағандан һуң автор уларҙың урта быуыны булған, «һәр нәмәгә яраҡлаша» белә торған, «сабыр аҡыллы» Аллаярҙың колоритлы образын үҙәккә ҡуя.

Конфликт социаль йөкмәткегә эйә. Ул Әптелғәлимовтар ғаиләһе менән Садрислам араһындағы ҡаршылыҡҡа ғына ҡай­ тып ҡалмай. Халыҡ тәүҙә Әптелғәлимовтарҙың көсөнән ҡурҡып йәшәй. Сөнки ул шулар көнлө. Әммә Садрислам, Вәли­ улла Ҡоломбәтов кеүектәр халыҡты совет яғына, партия яғына аҡрынлап алып баралар. Тик был тиҙ генә хәл ителмәй әле. Сөнки крәҫтиән бөтә нәмәне үҙ аршыны, үҙ ҡарашы менән үлсәй. Әлбиттә, ул совет власының үҙ власы икәнен дә тоя. Ре­ волюцияның ярлы хаҡына булғанын да белә. Әммә иҡтисади яҡтан ауыл әле Әптелғәлимовтарға ныҡ бәйле. Өҫтәүенә, Ал­ лаяр сәйәси ситуацияны бик яҡшы аңлай. Унан үҙенә файҙалы юлдарҙы һайлай һәм халыҡты бик оҫта алдай. Мәҫәлән, ҡымыҙ моронон ауыҙ иттереү ваҡиғаһы йәки булған игенде боҙ 423

Страницы:

Обложка 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31 32 33 34 35 36 37 38 39 40 41 42 43 44 45 46 47 48 49 50 51 52 53 54 55 56 57 58 59 60 61 62 63 64 65 66 67 68 69 70 71 72 73 74 75 76 77 78 79 80 81 82 83 84 85 86 87 88 89 90 91 92 93 94 95 96 97 98 99 100 101 102 103 104 105 106 107 108 109 110 111 112 113 114 115 116 117 118 119 120 121 122 123 124 125 126 127 128 129 130 131 132 133 134 135 136 137 138 139 140 141 142 143 144 145 146 147 148 149 150 151 152 153 154 155 156 157 158 159 160 161 162 163 164 165 166 167 168 169 170 171 172 173 174 175 176 177 178 179 180 181 182 183 184 185 186 187 188 189 190 191 192 193 194 195 196 197 198 199 200 201 202 203 204 205 206 207 208 209 210 211 212 213 214 215 216 217 218 219 220 221 222 223 224 225 226 227 228 229 230 231 232 233 234 235 236 237 238 239 240 241 242 243 244 245 246 247 248 249 250 251 252 253 254 255 256 257 258 259 260 261 262 263 264 265 266 267 268 269 270 271 272 273 274 275 276 277 278 279 280 281 282 283 284 285 286 287 288 289 290 291 292 293 294 295 296 297 298 299 300 301 302 303 304 305 306 307 308 309 310 311 312 313 314 315 316 317 318 319 320 321 322 323 324 325 326 327 328 329 330 331 332 333 334 335 336 337 338 339 340 341 342 343 344 345 346 347 348 349 350 351 352 353 354 355 356 357 358 359 360 361 362 363 364 365 366 367 368 369 370 371 372 373 374 375 376 377 378 379 380 381 382 383 384 385 386 387 388 389 390 391 392 393 394 395 396 397 398 399 400 401 402 403 404 405 406 407 408 409 410 411 412 413 414 415 416 417 418 419 420 421 422 423 424 425 426 427 428 429 430 431 432 433 434 435 436 437 438 439 440 441 442 443 444 445 446 447 448 449 450 451 452 453 454 455 456 457 458 459 460 461 462 463 464 465
Закрыть