Ә, ғөмүмән, грамматик, синтаксик формаларҙың, алымдарҙың байлығы, билдәле бер ҡанунлылығы, системаһы, әҫәрҙәге дина миканы биреү һәләте, һөйләмдәрҙең мәғәнә яғынан да фор- маль-логик, стилистик яҡтан да эшкәртелгән булыуы, ваҡиға ғына түгел, ә фекер һәм тойғо хәрәкәтен дә композицион алым дарҙың сюжеттағы бөгөлөш һәм һынылыштарҙың теремекле ген, энергияһын, типкенен биреүгә ни дәрәжәлә тап килеүен, йәғни әҫәрҙә һүҙҙең урынын, гармонияһын, һүҙ менән образдың бәйләнешен, нисбәтен тикшергән мәҡәләне осратҡаныбыҙ юҡ әле. Ғөмүмән, художестволы әҙәбиәттең материалы булараҡ тел һәм яҙыусының был материал менән ни дәрәжәлә эш итә алы уы (ә был талант тип атала) хаҡындағы актуаль проблемалар комплексы беҙҙең тәнҡиттә бөтөнләй эшләнмәгән. Ысынлап та, тел — талант продукты булһа (әгәр шулай түгел икән, һәр анекдот оҫтаһы талантлы яҙыусы булыр ине), әҙәбиәттең бөтә башҡа элементтары, категориялары — фантазия һәм фекерләү емеше тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.
Беҙҙең рецензияларҙа тикшерелгән әҫәрҙең теле хаҡында «теле халыҡсан» тигән дежур фраза булдымы, — бөттө-китте. Нимә ята һуң был фраза артында — эҙләп ҡара. «Бөртөкләп йыйыла алтын»дың теле лә ана шул дежур фразаға лайыҡ, әлбиттә, — йәғни, халыҡсан. Ул ғына ла түгел, Яныбай Хам матов үҙенең романы менән художестволы тел әлкәһендә лә үҙенә күрә бер асыш яһаған ваҡиғалар барған яҡ — көнсығыш башҡорт диалектының, әле әҙәбиәт донъяһынан ситтә булған ҡыҙыҡлы, мөһим үҙенсәлектәре менән мөмкин тиклем тулы бирелешенән тора. Тимәк, автор йәнле һөйләште художество лылыҡ дәрәжәһенә, образлылыҡ бейеклегенә күтәреү һәләтенә эйә. Романдың телмәр ағышы хикәйәләү, тасуирлылыҡ, хәбәрлелек кеүек стилистик ағымдарҙан ғына тормай, ә дина- микалылыҡ һәм ошо динамикалылыҡҡа йәтеш булған һығыл малылыҡ та бар унда. Әммә, минеңсә, һәр һары таш алтын түгел тигәндәй, ҡайһы бер сурытҡан урындарҙы тарар өсөн ав торға үҙ әҫәренең теленә ҡаты редактор ҡулы менән бер ҡәләм йүгертеү зыян итмәҫ ине. Сөнки әҫәрҙә диалекттың фонетик айырмалары менән артыҡ мауығыу, рус һүҙҙәрен артыҡ экс плуатациялау кеүек күҙгә бәрелеп торған, телебеҙгә йоҡмаған сүп-сарҙан тыш, геройҙарҙың ғына түгел, авторҙың үҙ телендә лә дөйөм һүҙ ҡоролошо, тел мәҙәниәте өсөн ят булған әйлә нештәр, аңлашылмаусанлыҡтар күп әле. Күрәһең, авторҙың телгә иғтибары етеңкерәмәй. Ә бит тел мәҙәниәте яҙыусының 418