шендә үҫтерелә. Тимәк, был стиль ағымы үҙенән-үҙе хәбәрле- леккә (описательность) килтерә. Шуның өсөн дә һуңғы йыл дарҙа башҡорт прозаһында проблемалылыҡтың көсәйеүе әҙәбиәтселәрҙә ҙур яҡлау табырға, үҫтерелергә тейеш. Пробле малылыҡ ысын ижадтың еңелсә хикәйәләүҙе торған һайын ҡыҫырыҡлай барыуын күрһәтеүсе бер әҙәби художестволы күренеш ул. һуңғы йылдарҙа үҙәгенә замандашыбыҙҙың әүҙем характеры ҡуйылып, ынтылышлы, төрлө-төрлө сюжетҡа ҡоролған, баҙыҡ тел менән яҙылған, ҡайһы берҙә проблеманы асыҡларға тырышыуҙан үтә публицистик тон алып киткеләгән повестар инде, нигеҙҙә, заман проблемаларын күтәреүсе соци- аль-психологик романдар менән бер рәттән Октябрь һәм халыҡ темаһына ижад ителгән эпопеяға тартым романдар («Ырғыҙ», «Бер ғүмерҙең тарихы») башҡорт прозаһының һан яғынан ғына түгел, сифаты менән дә ҙур күтәрелеш кисереүе хаҡында һөйләй. Ул әленән-әле проблемалыраҡ, йөкмәткеһе менән тосораҡ һәм күләмлерәк була бара. Трилогияның тәүге китабы тип тәҡдим ителгән «Бөртөкләп йыйыла алтын» романы шуның асыҡ миҫалы ул.
Шуныһы ҡыҙыҡ: бер йыл эсендә «алтын эше» тураһында ике әҫәр сыҡты. С. Кулибайҙың «Тау йыры» повесының берен се китабында ла Түбә руднигындағы ваҡиғалар тураһында һөйләнә. Повесть С. Кулибай өсөн хас булғанса, документаль- мемуар характерҙараҡ яҙылған. Документаль ерлек әҫәргә ғәжәп ышандырыусан тон һәм хикәйәләүгә үҙенсәлекле лирик моң бирә. «Бөртөкләп йыйыла алтын»дың драматизм, бер аҙ трагизм менән һуғарылған йөкмәткеһе «Тау йыры»ның одаға хас тонына ҡапма-ҡаршы полюста ята. Сөнки Я. Хамматовтың романында дөйөм халыҡ әһәмиәтендәге ваҡиғаларҙың объектив ағышы, шул ағыштағы халыҡтың тарихи-психологик портреты бирелһә, «Тау йыры» повесында халыҡ хәрәкәтендә айырым шәхестең формалашыуы үҙәктәрәк тора. Минеңсә, С. Кулибай күберәк «хәтерләй», ә Я. Хамматов анализлай һәм һығымталар сығара. Был уларҙың әҫәрҙәренең исемдәрендә лә сағылған: «Тау йыры» — ысынлап та, яҙыусының йәшлеге үткән Түбә хаҡындағы йыр булһа, «Бөртөкләп йыйыла алтын» — авторҙың ҙур тормош материалын өйрәнеүҙән сыҡҡан художестволы- фәлсәфи һығымтаһы.
«Бөртөкләп йыйыла алтын» тип исемләгән Яныбай Хамма тов үҙенең романын. Эйе, алтын, алтын кеүек барлыҡ аҫыл нәмә бөртөкләп, эҙләп йыйыла. Авторҙың идея-эстетик пози 407