кәмһетелеп көн күргән Байгилдегә, уның ҡыҙҙарына теләктәш лек күрһәтеүе, Ҡормош, Усман байҙарға, муллаларға нәфрәтен белдереүе романды асыҡ позициялы тойғоларға мансый. Ләкин ошо лирик моң-һағыш әҫәрҙәге драматизмды һис тә кәметмәй. Автор әҫәрҙең һуңына табан көрәште барлыҡҡа килтергән яҡты идеалдарҙы күрһәтеүгә тағы ла нығыраҡ иғтибар итә.
«Кәмһетелгәндәр» романы «Ырғыҙ», «Бөртөкләп йыйыла алтын» кеүек әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән осорҙо эсенә ала, һәм, әйтергә кәрәк, был уның үҙаллылығына һис тә зыян итмәй. Трилогияның өс китабы ла сыҡты, һәр китап үҙенең сюжеты, композицияһы һәм, иң мөһиме, һүрәтләнгән образдары менән үҙ аллы роман итеп ҡабул ителә.
Әҫәрҙең ике китабының да үҙәгендә, нигеҙҙә, Емештең яҙмышы ятһа ла сюжетты алып барыусы образ ул түгел. Сю жет хәрәкәтен Илсеғол ауылындағы тәүҙә аҫтыртын, аҙаҡ асыҡтан-асыҡ төҫ алған синфи көрәш билдәләй. Бер яҡта Ти мербай, Байгилде, Хамматтар, икенсе яҡта Собхан старшина һәм Шымбай кәштәндәр тора. Бына ошо аяуһыҙ көрәш фонын да Емештең балалығы үтә, характерының нигеҙ таштары һалы на. Романдағы синфи көрәш бер бөгөн башланған көрәш түгел, ул Хәбир шәкерттәр заманынан, унан да элегерәк легенда һәм йырҙарҙа ғына ҡалған әүәл замандарҙан уҡ килә. Автор уның кешеләр яҙмышы аша Емештәр осорона килеп етеүен төрлө хикәйәт һәм йыр, әкиәт һәм риүәйәттәр һөйләтеү аша бик оҫта һүрәтләй. Тормош үҙе, халыҡ, тарих — кәмһетелгәндәрҙең көрәш тарихы булып инә әҫәргә.
Дөрөҫ, әҫәрҙәге ваҡиғалар Емеш күҙе ашараҡ «күрел- гәнлектән», тәүҙәрәк ул көрәшле ваҡиғаларҙың үҙенән бигерәк, уларҙың күләгәһе һүрәтләнгәндәй тойола-тойолоуын. Шулай ҙа «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Яҡтыға!» романда рына төҫ биреп тороусы яғы — уның халыҡ тарихына көрәш тарихы итеп, өҙлөкһөҙ ҡаршылыҡтар, килешмәүсән синфи бәрелештәр тарихы итеп ҡарау. Был уның халыҡ ижады менән тығыҙ бәйләнешен барлыҡҡа килтергән. Билдәле булыуынса, халыҡ ижады әҫәрҙәренең төп идея йөкмәткеһе халыҡ тормо шон, уның тарихын поэтиклаштырыуҙан тора. Ә халыҡ тормо шо, халыҡ тарихы өҙлөкһөҙ көрәш тарихы ул. Ана шуның өсөн дә әҫәрҙә йырҙар, хикмәтле хикәйәттәр, әкиәттәр күп. Тимәк, әҫәргә халыҡ ижады мотивтары өҫтәмә бер биҙәк рәүешендә генә индерелгән бер күренеш түгел. Ул романдың дөйөм рухы нан, йөкмәткеһенән килеп сыға.
394