Жанрҙың өлгөрөүен, социаль, фәлсәфи яҡтан ҙур һүҙ йөрө төргә һәләтле булыуын, яҙыусының идея-художество концеп цияһының асыҡлығын билдәләүсе был күренеш конкрет әҫәрҙең генә түгел, ә әҙәбиәттең дә сағылдырыуҙан (отображательство) тормошҡа әүҙем тәьҫир итеүсе көскә әйләнеүен күрһәтә. Әҙәбиәт, ижтимағи аңдың бер төрө булараҡ, тормошто аңла тыуҙа, сағылдырыуҙа ғына туҡтап ҡала алмай. Ул тормошто үҙгәртеү тураһында һүҙ йөрөтә. Кешенең аңына, тимәк, эшмә кәрлегенә тәьҫир итеү ихтыяжына таянып үҫә.
Беҙ йыш ҡына әҙәбиәттең белем һәм тәрбиә биреү яҡтары хаҡында һөйләйбеҙ. Тәрбиә биреү — әҙәбиәттең иң төп сифа ты (белем биреү менән, нигеҙҙә, фән шөғөлләнә). Шуға ла әҙәбиәт үҙен тыуҙырған халыҡтың көнкүрешен генә түгел, ә та рихи хәрәкәт тенденцияһын, заман ҡуйған мөһим проблема ларҙы художестволы яҫылыҡҡа ҡуйып, осор талап иткән йүнәлештә һүрәтләй. Үҙенән-үҙе аңлашыла, әҙәбиәт тормошто күсереп, сағылдырып ҡына, «шулай булған» тип кенә үҙ буры сын үтәй алмай. Сөнки әҙәбиәттең тәрбиәүи көсө, кешегә тәьҫир итеү һәләте бик ҡатмарлы мәсьәләләр комплексынан то ра. Ул, әйтәйек, өлгө образ тыуҙырыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Шуның өсөн проблемалылыҡ әҙәбиәттең ана шул тәрбиәүи комплексына барып тоташа. Сөнки ул әҙәбиәттең тормошҡа тәьҫир итеү көсөн билдәләй торған һыҙаты. Ул — яҙыусының идея-художество концепцияһының ни тиклем асыҡ, уйланған, нигеҙле булыуына ла бәйләнгән. Йыйып ҡына әйткәндә, проб лемалылыҡ — яҙыусының позицияһы менән билдәләнеүсе тенденцияны концентрациялы һүрәтләү тигән һүҙ.
Билдәле булыуынса, был художестволы күренештең әүҙемләшеүе беҙ әле генә ҡарап үткән «Ырғыҙ» романының тәьҫире аҫтында көсәйеп китте. «Ырғыҙ» романында революция һәм «аҙ һанлы башҡорттарҙың» азатлығы проблемаһы ысын художестволы асыш дәрәжәһенә күтәрелеп бирелде. Был проб лема үҙенең йөкмәткеһе яғынан күләмле, масштаблы хәл ител де. Бына шул яҡтан ҡарағанда беҙҙең һуңғы романдарыбыҙ асыҡ ҡына бер этапты — жанрҙың образлылығы, художество лылығы хәрәкәтендә һынылышты күрһәтә. Ә. Бикчәнтәевтең «Ожмах вәғәҙә итмәйем», X. Ғиләжевтең «Погонһыҙ һалдат тар», 3. Биишеваның «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш», шулай уҡ Я. Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла ал тын», «Аҡман-тоҡман», «Йәшенле йәй» романдары беҙҙең өсөн ана шул яғы менән күңелле. Әгәр «Ожмах вәғәҙә итмәйем»дең 392