авторҙың тарихи-революцион роман киңлегендә үткәндәргә күҙ һалыуын да, киләсәккә ҡараш ташлауын да тоябыҙ. Романдағы был үҙенсәлекле «күләмлелек», масштаблылыҡ әҫәрҙең художе ство йөҙөн тағы ла биҙәй төшә. Сөнки һ. Дәүләтшина һүрәт- ләүендә тарих, революция донъяның яңырыуын, киләсәген яҡынайтыуҙа бер ҡорал ул. Таджик әҙәбиәтенең классигы С. Айни үҙенең «Ҡолдар» романы тураһында былай тип яҙған: «Был романды мин үҙ халҡымдың яҙмышы, үткән быуындарҙың тормошо тураһында яҙҙым, әммә, әйтергә кәрәк, минең ҡара шым үткәнгә артыҡ төбәлмәне. Минең фекерем киләсәккә ын тылды. Минең был үткәндәр тураһындағы китабым киләсәккә васыят рәүешендә яҙылды. Сөнки тарих киләсәк өсөн көрәш ҡоралына әйләнгәндә генә мәғәнәгә эйә була»1.
һ. Дәүләтшина ла тарихты һәм революцияны «көрәш ҡора лы» итеп киләсәккә төбәп һүрәтләгән. «Ырғыҙ»ҙың сығыуы башҡорт тарихи-революцион романдың яңы баҫҡысҡа күтәре- леүен билдәләне.
8, Проблематик масштаблылыҡ Башҡорт романы йылдан-йыл образлылыҡтың яңы ҡанун- лылыҡтарын нығыраҡ үҙләштерә бара. Уның художество ҡана ты нығый, фекер тослоғо арта, поэтик элементы көсәйә. Жанр үҫешендәге был һыҙаттарҙы өйрәнеү — беҙҙең әҙәбиәт фәне ал дында торған ҙур темаларҙың береһе. Әммә романдарыбыҙҙың хәҙерге торошо хаҡында уйланғанда, минеңсә, иң тәүҙә уларҙа үҫә, асыҡлана барған бер һыҙат — проблемалылыҡ, дөрөҫөрәге, проблематик масштаблылыҡ хаҡында һөйләргә кәрәк. Сөнки жанр үҫешенең бөгөнгө торошонан сығып баһалағанда был — беҙҙең дөйөм прозаның төп һыҙаты ул.
Әлбиттә, проблемалылыҡ прозабыҙҙың, шулай уҡ роман жанрының, элеккерәк осорҙары өсөн дә хас. Әммә бөгөнгө проблемалылыҡ — сифаты яғынан яңы күренеш. Ул элеккерәк дәүер әҫәрҙәрендәгесә статик планда түгел, ә әҫәрҙең худо жество организмы менән бәйләнештә хәрәкәт итеүсе, үҫеүсе, хатта әҫәр сюжетының динамикаһын билдәләүсе күренеш ул.
1 С. Айни. Судьба одного народа. «Новое время» журналы, 1951. № 45. 20-се бит.
391