Вахитов Ә.X. Башҡорт прозаһының жанр-стиль ҡанундары - 2007. Страница 388.

сюжет үҫешенә йыш ҡына бер ниндәй ҙә мөнәсәбәте булмай. Ваҡиғалар хроникаһын асыҡлағанда авторҙың иҫенә төшкән бер эпизод фонында ғына күренеп ҡала ул исемдәр. Шуның өсөн дә улар әҫәрҙе уҡыуҙы ла ҡыйынлаштыра, уҡыусының иғтибарын бүлә. «Ырғыҙ» романында һәр герой ғына түгел, телгә алынған һәр исем үҙ урынында. Мәҫәлән, ғүмер буйы күсерлектә йөрөгән Сәйетҡол Ниязғол байға бер һүҙ әйтмәгән. Ә революция булғас, хатта уның «йыуаш» ҡушаматлы Хәли- мәһе лә элекке староста бисәһенән советҡа тел тейҙертмәй аяҡ тибеп һөйләшә: «Хәҙер һеҙҙекеләрҙе түрә итмәйҙәр. Хәҙер түрә тигәндең үҙе лә юҡ. Нәсәлник тә милитсә, берсиҙәтел дә сик- литар, вәт, белә-белһәң. Ә һеҙ буржуй, һеҙ контрһығыҙ», — тип яуап бирә ул, өйөн советҡа тартып алғас, ярлы-ябағаның бер ҙә ҡурҡмай кереп-сығып йөрөүенә ғәрләнеп, һүҙ сығарған староста бисәһенә, һәм йыуаш Хәлимә ошо диалог менән генә лә уҡыусының хәтерендә ҡала.

Әҫәр ике төйөн тирәһендә үрелә: 1905 йылғы революцион күтәрелеш һәм 1917 йылғы социалистик революцияның еңеүе. Тәүге редакцияларҙа автор үҙ әҫәрен юҡҡа ғына «Ялҡынлы йылдар» тип атамағандыр, күрәһең. Сөнки яҙыусы тәүҙә тап әлеге икенсе киҫәктә һөйләнгән ваҡиғаларҙы нығыраҡ күҙ уңында тотҡан. «Ялҡынлы йылдар» исеме әҫәрҙең идея-эстетик йөкмәткеһенә, сюжет-композиция ҡоролошона бәйләнгән булһа, «Ырғыҙ» әҫәрҙең эпик характерына, халыҡ тормошон киң һүрәтләүгә нығыраҡ баҫым яһай. Ана шуға ла М. Минһа- жетдинов был әҫәрҙе тикшергәндә1 уның «характерҙар тари­ хын — халыҡ тарихын» биреүен билдәләй.

«Ырғыҙ» романының образдар системаһы тормошто бөтә тәбиғи тулылығында һүрәтләүҙән сығып төҙөлгән. Унда шул осор башҡорт ауылының һәм тирә-яҡта булып ятҡан хәл- әхүәлдәрҙең ҡатмарлы ҡаршылыҡтары әҫәрҙең художестволы конфликтын барлыҡҡа килтерә. Ана шул арҡала ла «Ырғыҙ» романының эпиклығы «һалдаттар», «Боролош», «Күҙәй» кеүек тәүге романдарҙың эпиклығынан ныҡ ҡына айырыла, художе­ стволы сифат йәһәтенән яңы баҫҡыс булып тора. Был — тәүге романдарҙың әһәмиәтен һис тә кәметмәй. Сөнки «Ырғыҙ»ҙың идея-художество дәрәжәһе тап ана шул үҙенән алда сыҡҡан бөтә әҫәрҙәрҙең художестволы өлгәшеүҙәрен туплағанға, бөтә 1 М. Минһ ажетдинов. һәҙиә Дәүләтшина. Өфө, 1967.

388

Страницы:

Обложка 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31 32 33 34 35 36 37 38 39 40 41 42 43 44 45 46 47 48 49 50 51 52 53 54 55 56 57 58 59 60 61 62 63 64 65 66 67 68 69 70 71 72 73 74 75 76 77 78 79 80 81 82 83 84 85 86 87 88 89 90 91 92 93 94 95 96 97 98 99 100 101 102 103 104 105 106 107 108 109 110 111 112 113 114 115 116 117 118 119 120 121 122 123 124 125 126 127 128 129 130 131 132 133 134 135 136 137 138 139 140 141 142 143 144 145 146 147 148 149 150 151 152 153 154 155 156 157 158 159 160 161 162 163 164 165 166 167 168 169 170 171 172 173 174 175 176 177 178 179 180 181 182 183 184 185 186 187 188 189 190 191 192 193 194 195 196 197 198 199 200 201 202 203 204 205 206 207 208 209 210 211 212 213 214 215 216 217 218 219 220 221 222 223 224 225 226 227 228 229 230 231 232 233 234 235 236 237 238 239 240 241 242 243 244 245 246 247 248 249 250 251 252 253 254 255 256 257 258 259 260 261 262 263 264 265 266 267 268 269 270 271 272 273 274 275 276 277 278 279 280 281 282 283 284 285 286 287 288 289 290 291 292 293 294 295 296 297 298 299 300 301 302 303 304 305 306 307 308 309 310 311 312 313 314 315 316 317 318 319 320 321 322 323 324 325 326 327 328 329 330 331 332 333 334 335 336 337 338 339 340 341 342 343 344 345 346 347 348 349 350 351 352 353 354 355 356 357 358 359 360 361 362 363 364 365 366 367 368 369 370 371 372 373 374 375 376 377 378 379 380 381 382 383 384 385 386 387 388 389 390 391 392 393 394 395 396 397 398 399 400 401 402 403 404 405 406 407 408 409 410 411 412 413 414 415 416 417 418 419 420 421 422 423 424 425 426 427 428 429 430 431 432 433 434 435 436 437 438 439 440 441 442 443 444 445 446 447 448 449 450 451 452 453 454 455 456 457 458 459 460 461 462 463 464 465
Закрыть