* * He Күренеүенсә, хәҙерге темаға яҙылған романдар, асылда, XX съездан һуң, ижтимағи һәм рухи тормоштоң әүҙемләшеүе арҡаһында барлыҡҡа килде һәм бик тиҙ үҫеп китте. Заман жанрға яңы көс бирҙе, яңы мөмкинлектәр асты. Уның новатор лығын билдәләне, төрләндерҙе. Шулай ҙа тәүге романдарҙа тормош материалының яңылығы, художестволы дөйөмләште- реүҙәге тәжрибәһеҙлек эмпирик һүрәтләүгә, очеркизмға, публи- цизмға килтерҙе, проблемалылыҡ әҙер положениены раҫлау менән алмаштырылғыланы. Ошо арҡала яҙыусылар бөтә нәмәне, бөтә мөмкинлекте яңы теманы әҙмә-эҙлекле асыуға буйһондорҙо. Тема хатта образды ла ҡыҫырыҡланы, сюжет тар ҡаулығы һиҙелде. Образдар, нигеҙҙә, производствола ниндәй ҙә булһа бер мәсьәләне сисеү процесында ғына һүрәтлән- гәнлектән, асылып етмәне. Әммә теманы хәл итеүҙә лә бер яҡлылыҡ күҙгә ташланды.
Яйлап тормош күренештәренең тышҡы билдәләрен, фактик яғын очеркса һүрәтләү, публицистик яланғасландырып хикәйәләү художестволы дөйөмләштереү менән алмашына барҙы. Яҙыусылар тормошҡа тәрәнерәк үтеп инә, замандаш об разын етдиерәк һүрәтләй башланы, художестволы сюжет төҙөү сәнғәтен үҙләштерҙе. Тормоштоң тәрән эске ағымына, заман дың йөҙөн һәм характерын билдәләүсе күренештәргә, кешегә, уның күңеленә, кешенең тышҡы донъя һәм башҡалар менән мөнәсәбәтенә нығыраҡ иғтибар итеү көсәйҙе. «Характер рома ны» шулай тыуҙы. «Характер романы»ның барлыҡҡа килеүе жанрҙың ҙур үҫеш юлына сығыуын, ысын мәғәнәһендә өлгөрөп етеүен күрһәтте.
7. Романда халыҡ һәм герой Талантлы яҙылған әҫәрҙәрҙең дә төрлөһө була. Берәүҙәре элек яҙылғандарҙы ҡеүәтләй, икенселәре яңы йөкмәтке ала, әммә художестволы яңылыҡ дәрәжәһенә күтәрелә алмай әле, ә бына өсөнсөләре инде ысын мәғәнәһендә асыш була. Ул бығаса тыуҙырылған ҡаҙаныштарҙы нығыта. Шул уҡ ваҡытта ундай әҫәрҙең көсө шунда: ул бөтә әҙәбиәттең перспективаһына, бөтә әҙәби процесҡа һиҙелерлек шауҡым яһай. «Ырғыҙ» романы ана шундай әҫәр булды.
375