Шуныһы ҡыҙыҡ: уртаҡ телмәрҙең әҫәргә инеү осрағы гел генә тип әйтерлек авторҙың бер эпизодтан икенсеһенә күсеү мәлендә, йә ниндәйҙер үҙгәреш мәлендәге «бушлыҡты» тулты рыу өсөн, йә геройҙы яңғыҙ ҡалдырып, хәлгә баһа биргәндә, йәғни хәбәр һөйләү өлөшөн йәнләндереү өсөн килеп керә. Бын дай уртаҡ телмәрҙәр эске монологтарға бик яҡын тора. Ләкин уртаҡ телмәр хикәйәләүҙе төрләндереү, йәнләндереү яғынан авторға ғәжәп киң перспективалар аса. Ләкин әле беҙҙең әҙәбиәттә эске монолог та, уртаҡ телмәр ҙә үҙенең киң һәм оҫта ҡулланылышын осрата алмай. Уртаҡ телмәр һуңғы ваҡытта ғына беҙҙең прозаға ныҡлап инә башланы. Уны Ә. Бикчәнтәев, Ф. Иҫәнғолов әҫәрҙәрендә йыш осратырға мөмкин. «Погонһыҙ һалдаттар» әҫәре өсөн уртаҡ телмәр мөһим һүрәтләү саралары ның береһе.
Уртаҡ телмәр герой күңелендә тыуған ярһыу тойғоларҙың автор «ярҙамында» тышҡа сығыуы ул. Мәҫәлән, Маһира Әмиргә һалдат бурысы тураһында әйткәс, Әмирҙең үҙе тура һында уйланыуы уртаҡ телмәр аша бирелгән, «һүҙ юҡ, һалдат тормошо бөтөнләй башҡа, уның һүҙһеҙ үтәлә торған ҡырҡыу үҙ ҡанундары, үҙ нормалары бар. Ҡотолғоһоҙ ҡаты һәм ғәҙел тәртипте байраҡ алдында ант иткән һәр бер һалдат изге һанай. Ә бына погонды һалғас... мәкерле ине ҡыҙҙың һорауы». Йәки бына Әмир Маһираны больницаға илтеп яңғыҙы ҡайтып килгәндә автор тағы ла уртаҡ телмәр ҡуллана. Уртаҡ телмәр геройҙың йыш ҡына үҙ-үҙенә анализ, үҙенең эштәрен, ҡылған ҡылыҡтарын барлап, анализлап, һығымта яһарға кәрәк булған да ҡулланыла. Шуныһы: автор уртаҡ телмәрҙе үҙ-үҙен тикше реүгә әүәҫ булған геройҙарға ғына ҡуллана.
«Погонһыҙ һалдаттар» романында яратып ҡулланылған һүрәтләү сараларының береһе — деталь. Деталь һүрәтләүҙең тығыҙлығын, художестволылығын барлыҡҡа килтереүсе бер са ра ул. Деталь үҙе текемләп, тәфсирләп һүрәтләгәндә табылған бәләкәй генә күсермә образ ул. Дөрөҫөрәге, текемләгәндә осраған бер предмет йәки хәл-ваҡиға. Әммә шул предмет хәл- ваҡиға һүрәтләнә торған эпизодтың йәки образдың тәбиғәтенә бик йәтеш килә, күп ҡырлы көҙгө кеүек төрлө төҫтә ялтлап китә, уй-тойғоларҙың бөтөн бер ассоциацияһын тыуҙыра, һүрәтләнә торған эпизодты йәки геройҙы нығыраҡ иҫтә ҡалды рырға ярҙам итә. Деталь әле беҙҙең әҙәбиәттә киң ҡулланылыш тапҡаны юҡ һәм теоретик яҡтан да эшләнмәгән. Деталь мета фора, сағыштырыу, эпитет кеүек һүрәтләү сараларына 373