Әсә булыр өсөн тыуған кешеләр генә, бәлки, шулай була лыр. Кем ҡулдары ҡараңғы мөйөштәргә нурҙар һибә, гөл үҫтерә. Кем ауырлыҡтарҙы сабыр алып бара, тантана минутта рында, һыҙылып ҡына янған шәм кеүек, баҫалҡы эске ҡыуаны сы менән табындарға йәм бирә, кем донъяла иң ҡәҙерле, бөйөк йөктө ҡәҙерләп күтәреп йөрөй?
Әсә, әсә! Ул донъяла бер тормошто төҙөүсе, йәшәүҙе йәшәү итеүсене — кешене бүләк итә. Донъя үҙенең бөтә һылыулығы, матурлығы, ҡеүәте менән, үҙенең иң гүзәл, ҡабатланмаҫ мөһа бәт минуттары менән әсәнең ошо бүләгенә бурыслы. Әсәй, әсәй! Өҙөлөп һағынам мин һине, әсәй».
Бындай лирик инештәр әҫәрҙе поэма формаһына яҡынлаш тыра.
Бына икенсе бер лирик инеш. Ул да Маһираға бәйле рәүештә, уның эске донъяһының байлығын күрһәтеү өсөн бирелә: «Сәхипьямал Маһира янына, карауат ҡырыйына барып ултырҙы, уның битен асты. Күҙҙәре Маһираның туңып ҡалған әрнеүле ҡарашы менән осрашты. Юҡ, уларҙа әрнеү генә түгел, ниндәйҙер рәнйеү, нимәнелер аңларға тырышыу, шул уҡ ваҡытта зәһәр ҡәтғилеккә оҡшаш билдәләрҙе күреү ауыр түгел ине. Эй, кеше ҡарашы! Эй, ҡыҙҙар ҡарашы!
Далалағы сал ҡылған суҡтарының елдә бәүелеүе лә, күпе реп торған ап-аҡ болоттар еләҫлеге лә, ҡыйылып үткән йәшендәр сатҡыһы ла, Сәрмәсәндең талғын моңо ла, миләш тәлгәштәренең осҡоно ла, күктә ҡасышлы уйнаған ай яҡтыһы, шул яҡтылыҡ менән һәттәй ағып төшкән наҙлы һағышы ла — бөтәһе лә, бөтәһе лә бар унда! Маһира, ҡараштарың ни һөйләй, ниңә улар шулай борсоулы?» Бындай лирик инештәр һәр осраҡта ла геройҙарҙың эске донъяһында барған ғәжәйеп бер дауылды аңлатыу ролен үтәй. Миҫалға килтерелгән тәүге лирик инеш Әмир күңелендә тыуған оло хистәрҙең урғылып-урғылып ҡайнауын, һәм Әмир өсөн ниндәйҙер бер яңы, матур донъя асылыуын хәбәр итһә, икен сеһендә инде Маһира күңелендә барған эске көрәште, үҙенең иң ҡәҙерле кешелек тойғоларын бысратыусы кешегә рәнйеү кеүек ҡаршылыҡлы, ҡатмарлы хистәр дауылын биреү өсөн ҡул ланыла. Лирик инештәрҙе автор геройҙың үҙгәреүен, күңеленең байыуын йәки оло кисерештәрҙе биреү өсөн генә ҡуллана.
Автор әйбер образдарын да ана шул маҡсатта файҙалана. Ләкин әйбер образдары геройҙың психологик портретынан бигерәк уның характерының ниндәй ҙә булһа бер һыҙатын 369