нистик позицияһын билдәләүсе һыҙаты. Сөнки әҫәрҙә беҙҙең еңеүҙәребеҙҙең сығанағы беҙҙең йәмғиәтебеҙҙең берҙәмлегендә тип иҫбат ителә. Был бигерәк тә Әмирҙең уйланыуҙарында асыҡ күренә. Ә Әмирҙең уйланыуҙары һәр ваҡыт халыҡтың тормош тәжрибәһенә, ҡайҙа табан ынтылыуына ныҡлы иғтибар итеү арҡаһында тыуа. Бына, мәҫәлән, ямғырҙа ашлыҡты нисек һаҡларға кәрәклеге тураһында халыҡ менән кәңәшләшкәндә ул ирекһеҙҙән Сәхипьямалға, уның ҡулына иғтибар итә. «Әмир уға ҡаршы ултырған Сәхипьямалдың өҫтәл ситендә ауыр төшөп ятҡан ҡулына күҙ һалды. Ҡасандыр наҙлы булған ҡул хәҙер имән тамырынан эшләнгән суҡмарҙы хәтерләтә ине. Та мырҙары бүртенеп, ярылғылап бөтһә лә ошо ҡулдан мейестән яңы сыҡҡан икмәк, яңы һауылған һөт еҫе аңҡый һымаҡ ине Әмиргә. Шуға күрә ул бер үк ваҡытта бер ҙә суҡмар түгел, ә сабый баланы иркәләп һыйпарға яратылған бик йомшаҡ, бик наҙлы кеүек тойолдо, һуғыш барған осорҙа ни генә күрмәгән был ҡул! Бер ҡулыбыҙ мылтыҡҡа, икенсе ҡулыбыҙ — ошо ҡулға тотонғанға еңдек түгелме һуң беҙ! Ышаныслы ҡулдар — Сәхипьямал ҡулдары!» Бына ҡайҙа совет социалистик йәмғиәтенең еңеүле аҙымдарының сығанағы, һәм был монолит берҙәмлек, киләсәккә ышаныу әҫәрҙең тормошсан художество көсөн билдәләй.
Ңс Ңс * «Погонһыҙ һалдаттар». Романдың шундай исеме үк ыңғай геройҙарҙың әүҙем позицияһын, көрәшселәр, һалдаттар икәнен аңғартып тора. «Погондарҙы сумаҙан төбөнә һалып ҡуйҙыҡ. Яурындарҙа ғына эҙе ҡалды. Ләкин һалдатлыҡты ташларға иҫәп юҡ», — тип яуап бирә Яубаҫаров Хәбировтың обыва- телдәрсә биргән бер һорауына. Яубаҫаровтың был һүҙҙәре уның үҙенең эшмәкәрлеге менән дә Әмир Ҡотлобаевтың, Йәмғиҙең, Хөснулланың эштәре менән дә раҫлана. Шуға ла беҙ погонһыҙ һалдаттарға ышанабыҙ. Улар ысын көрәшсе-гуманистар. Уларҙың был сифаты әҫәрҙә уңайы тура килгән һайын баҫым яһабыраҡ әйтелә, ваҡиғалар барышында асыла. Яубаҫаров иген әҙерләү кампанияһына, халыҡтың игенде нисек булһа ла тиҙерәк һәм юғалтыуһыҙ йыйып алырға төрлөсә хәстәрлек, эш күреүенә бәйле рәүештә Әмиргә шулай ти: «Эш бит хатта игендә генә лә түгел, Әмир. Мәсьәлә тәрәнерәк. Ул донъяға, 361