Дөрөҫ, Б. Ишемғолов та уларҙы художестволы әҙәбиәт күренештәре итеп ҡарамаған. Сөнки ул фельетондарҙың ба рыһының да тиерлек үҙәгендә айырым конкрет кешенең эшен, холҡон, ҡылығын тасуирлау тора. Шуның менән бергә автор был хәл-әхүәл йәки күренеш, факттың һәм уның нигеҙендә тәнҡит ителгән, фашланған кешенең үҙ осоро өсөн типик булыуынан сығып эш итә. Тимәк, автор «типик хәл-ваҡиғала типик характерҙарҙы» тасуирлай. Ана шуғалыр, күрәһең, кон крет кешегә арналған бындай фельетондар («Договорлы на маҙ», «Мәсхәрәләнгән ҡыҙ» һ.б.) хәҙер сатирик хикәйә рәүешендә ҡабул ителә.
Үҙ сиратында улар әҙәби-художестволы тәжрибә туплауҙа, бигерәк тә сатирик проза формалашыуында ҙур ғына роль уй наны. Ошо йәһәттән Б. Ишемғолов — сатириктың үҙенең фор- малашыуын да шул тәжрибәнән ситтә ҡарап булмай. Әйтәйек, «Сабир мулланың ҡәберҙән яҙған хаты» (1924) кеүек памфлет- хикәйәнең ижад ителеүен ана шул тәжрибә менән бәйләргә кәрәк. Бер яҡтан, был хикәйәлә фельетондан килеү (конкрет кешенең эшмәкәрлеген фашлау), икенсе яҡтан, шул осор дин әһелдәренең ысын асылын аңлатыу — уның художестволы дөйөмләштереү яғын, типиклаштырыу алымдарын барлыҡҡа килтерә.
Теге донъя хаҡындағы дини легендаларҙан көлөп яҙған был хикәйәлә ҡасандыр Өфөлә үҙенең реакцион эшмәкәрлеге менән даны сыҡҡан Сабир мулланың дин тип, Аллаһ тип йөрөһә лә мәҙрәсә һалдырыуҙы тыйыуға хәтле барып етеүен автор бик йәтеш һәм урынлы итеп уның үҙенән әйттерә. Мәҙрәсә һалырға рөхсәт бирҙермәгән урынға сиркәү һалыныуын иҫкә төшөрөү Сабир мулланың тормошта иң ҡара эсле, ҡара уйлы әҙәмдәрҙең береһе булыуын асып һала. Был үтә реакцион Сабир мулла хаҡында Ш. Бабич та үҙенең «Китабеннас»ында эпиграмма яҙған.
Был урында авторҙың үҙ әҫәрҙәренә яҙған баш һүҙендәге «башҡорт сатираһын үҫтереү юлындағы хеҙмәтен» билдәләп үтеүендә ҙур дөрөҫлөк барлығын күрһәтергә кәрәк. Ысынлап та, башҡорт прозаһында сатираның формалашыу һәм үҫешендә Булат Ишемғоловтың һис шикһеҙ роле ҙур булды. Уның был әлкәлә тыуҙырған һәйбәт традицияларын һуңынан А. Карнай, Ғ. Ғүмәр, С. Агиш һ.б. яҙыусылар үҫтереп алып китте.
Шулай итеп, Б. Ишемғолов сатирик планда яҙған әҫәрҙә рендә персонаждарҙы, нигеҙҙә, дин донъяһынан ала. Изгелек 36