Ғөмүмән, роман жанрының төп проблемаһы ул халыҡ һәм шәхес, масса һәм етәксе мөнәсәбәтен анализлау һәм синтез лауға ҡайтып ҡала. Ләкин һәр яҙыусы был проблемаға үҙенсә яҡын килә. Ана шуға ла ул төрлө яҙыусыла төрлө аспектта сағыла. X. Ғиләжевтең «Погонһыҙ һалдаттар» романында был проблема яҙыусы тарафынан аңлы рәүештә киҫкен ҡуйыла һәм был аңлашыла ла. Сөнки романда һүрәтләнгән осор, алынған тормош материалы, халыҡтың бер тороштан икенсе хәлгә күсеү мәле булараҡ, бик яуаплы. Әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы тәүге йыл һүрәтләнә, халыҡтың һуғыш осоро шарттары нан тыныс төҙөлөшкә күсеүенә бәйле рәүештә хужалыҡҡа етәкселектә, эш методтарында булған үҙгәреш-яңырыш яҡтары сәнғәтсә анализлана.
«Погонһыҙ һалдаттар» әҫәрендә етәкселек итеү методына ике төрлө ҡараш ҡына түгел, ә, ғөмүмән, халыҡҡа ике төрлө ҡараш уның төп конфликт сығанағын билдәләй. Бер яҡта һәр эшкә халыҡ мәнфәғәттәре күҙлегенән ҡараусы Яубаҫаров, Әмир Ҡотлобаев һәм башҡалар, ә икенсе яҡта — крәҫтиәндең, ауыл халҡының һәр эшендә, инициативаһында «ваҡ буржуаз элемент» күреп ҡото осоп торған Хәбиров. Хәбировҡа баһа биргәндәй, Яубаҫаров ундай типтағы етәкселәр тураһында: «...директиваларҙың ҡоло булыу насар. Бер шәхестең абруйы менән хөкүмәт директивалары, партия алдындағы яуаплылыҡ араһында һис бер уртаҡлыҡ юҡ. һуғышта ла ундай коман дирҙар булғыланы. Үҙенең абруйы һәм ғүмере өсөн ундайҙар һуңғы һалдатының башын һалырға әҙер. Улар юғары һүҙҙәр менән, нигеҙҙә, үҙҙәренең ҡурҡаҡлыҡтарын ҡаплай, командо ваниены алдай», — ти. «Үҙенә бирелгән власты үҙе күтәрә алмаған буш һәм эгоист кешеләр араһында була торған хәл. Улар был власты ҡөҙрәт биргән тип уйлай. Шул власты биргән халыҡты, партияны онота башлайҙар һәм бик хата эшләйҙәр. Ундайҙарҙың бөтә трагедияһы ла шунда», — тип уны йөпләй Әмир Ҡотлобаев. Хәбиров менән Яубаҫаров араһындағы бәхәс, шулай итеп, романдың төп идея-йөкмәткеһен йыйып әйтеп бирә. Сөнки, Яубаҫаров һүҙҙәре менән әйткәндә, «халыҡта дәрт ҡайнай, һуғыштан һуң тормошонда ниндәйҙер яңылыҡ көтә. Сөнки ул үҙенең рухи көсө менән әүәлге үҙәненә һыймай, яңы үҙән йырырға, яңы йүнәлештә ағырға теләй».
«Погонһыҙ һалдаттар»ҙың иң ҙур уңышы ла ана шул «яңы үҙән йырырға, яңы йүнәлештә ағырға» теләүсе халыҡты әүҙем көс итеп күрһәтә алыуында. Бөтә нәмәгә автор халыҡ күҙе 356