Романда яңы ғына погондарын һалған кисәге һалдаттар һәм тылда героик хеҙмәт күрһәткән кешеләрҙең яҡты образдары бирелә. Уларҙың һәр береһенең үҙ йөҙө, үҙ һүҙе бар. Улар сюжет хәрәкәтен алып барыусы, тормоштоң үҫеш тенден цияһын билдәләүсе образдар.
Тәүге ҡарашта роман сюжеты әлеге киң таралған «мөхәббәт өсмөйөшө»нә ҡоролған кеүек. Әҫәрҙең үҙәк геройҙарынан Әмир Ҡотлобаев та, Хәбибуллин да Маһираны ярата. Был драматик «өсмөйөш» әленән-әле көсөргәнешле рәүештә хәл ителеүгә табан бара. Бына-бына ул хәл ителер ҙә романды тотоп торған төп сюжет ептәренең береһе өҙөлөр һымаҡ. Әммә автор оҫта художество такты менән был һыҙыҡты романдың аҙағынаса алып бара. Ләкин ул әҫәрҙең төп сюжет һыҙығына әүерелмәй. Ә төп ҡаршылыҡтарға драматик төҫ өҫтәп ебәргән өҫтәлмә бәрелештең сығанағы ул. Бында, әлбиттә, авторҙың эстетик ҡараштары ла сағыла. Ул, әйтәйек, Маһира менән Хәбибуллин араһындағы мөнәсәбәтте кире ҡаға. Сөнки ул тиң матурлыҡ һәм яҡты ҡараштар берлегенә нигеҙләнмәгән. Ә Маһира менән Әмир араһында тыуған эскерһеҙ мөхәббәтте автор яҡлай. Шуның менән бергә был мөхәббәт әҫәрҙең бөтә идея-эстетик йөкмәткеһенә лә тура килә. Тимәк, драматик «өсмөйөш»төң, сюжетты мауыҡтырғыс итеү кеүек функцияһынан тыш, идея- эстетик функцияһы ла бар. Шуның менән бергә бында мөхәббәттең кеше күңелен һауыҡтырыусы тойғо икәнлеге лә иҫбат ителә. Хәбибуллин үҙен ел-ямғырҙан һаҡлау өсөн Әмир менән Маһира өҫтөнән райкомға яҙған ошаҡ ҡағыҙын юҡҡа ғына йыртып ташламай бит. Бына уның үҙ һүҙҙәре: «Миндә ке шелек тойғолары уятҡан өсөн Маһираға рәхмәт. Ул миндә ке шеләрҙе кеше итеп күрергә, уларҙы яратырға өйрәтте. Мин хәҙер унан бер ни ҙә талап итмәйем. Минең уға көсөм етмәй. Ул яратҡан хәлдә лә мин уның мөхәббәтен күтәрә алмаҫ инем». Хәбибуллиндың күмәк кешеләр алдында үҙ тойғоларын асыҡ тан-асыҡ әйтеп биреүе, Маһираны шул тиклем ҙурлап, үҙен уға тиң һанамауы ҙур кисереш һөҙөмтәһе ул. Шул кисереш һөҙөмтәһендә ул бөтөнләй икенсе кешегә әйләнә, Маһираның икенсе кешене яратыуын да ғәфү итә, улай ғына ла түгел, хат та Әмирҙең өҫтөнән яҙып биргән ошаҡ яҙыуын юҡҡа сығарып, үҙенә күрә бер яҡшылыҡ эшләй. Был романдың конфликты сиселешенә лә тәьҫир итә.
Шулай итеп, бында «Гөлйемеш сәскәһе»ндә ҡуйылып та хәл ителә алмаған проблема сиселә. Был — авторҙың ҙур 351