сюжеттың оҫта уйланыуы менән, композицияның йыйнаҡлығы менән аңлатыла.
Билдәле булыуынса, һуғыштан һуңғы осорҙо сағылдырған күп кенә әҫәрҙәрҙә тантана, дөйөм шатлыҡ әҫәрҙең сюжет фонын барлыҡҡа килтерә торғайны. Был, билдәле дәрәжәлә, ҡыйынлыҡтарға күҙ йомоу, сөсөләнеү, байрам сағыуына бире леү — яҡшы уйланылған, һәйбәт әҫәрҙәргә лә ниндәйҙер ялған пафослылыҡ бирә ине. «Погонһыҙ һалдаттар» романында һуғыштан һуңғы заман ҡыйынлыҡтары ла, башҡа төр ҡыйын лыҡтар ҙа асыҡтан-асыҡ ярып һалына. Әҫәрҙә халыҡ, кешеләр ниндәй генә ҡыйынлыҡ булһа ла еңеп сығыуға әҙер, улар алға ҡарап йәшәй. Был үҙе үк характерҙарҙың тулы асылыуына, уларҙың кешелек сифаттарының балҡышына килтерә. Әҫәрҙә геройҙарҙың эшмәкәрлеге, ҡылыҡтары нигеҙле психологик дәлилләүгә таяна. Психологик анализды ҡулланыу, кеше ру хын асырға ынтылыу романдың иң уңышлы яҡтарының береһе.
* * * 60-сы йылдарҙа роман жанрының ҡыйыу рәүештә алғы планға сыға барыуы күренә. Проза үҫешендә яңы этапты билдәләүсе был күренеш бик шатлыҡлы, сөнки башҡа жанрҙарға ҡарағанда романдың сфераһы сағыштырғыһыҙ киң. Ул — бөгөнгө ысынбарлыҡты, халыҡ тормошоноң эпик ҡола сын, кешеләр араһындағы ижтимағи хеҙмәт һәм шәхси бәйләнештәрҙең күп төрлөлөгөн тәрәнерәк күрһәтә алырлыҡ киң һыйҙырмалы форма. Монументаль әҫәрҙәргә эпик ҡоласлы социаль ваҡиғалар, уларҙы текемләп, объектив планда хикәйәләү хас. Роман үҙәгенә ҙур социаль типтар, характерҙар ҡуйыла. Характер яҙыусының һүрәтләүендә халыҡсан типҡа әйләнергә, социаль күренештең билдәләрен һүрәтләү дәрәжәһенә күтәрелергә тейеш. Ошо ерлектә шәхси яҙмыш халыҡ тормошондағы эпик ҡоласлы ваҡиғалар, ижтимағи әүҙем позицияһы билдәләнә.
Совет романына хас ошо принциптарҙан сығып ҡарағанда, X. Ғиләжевтең «Погонһыҙ һалдаттар» романында объектив хикәйәләүгә ҡоролған тормош материалының ғәжәп бай булыуын, уның эҙмә-эҙлекле сюжетҡа һалыныу ында герой ҙарҙың ҙур ваҡиғалар ҡосағында бирелешен, тимәк, киң дөйөм ләштерелгән характерҙар тыуҙырылыуын күрергә мөмкин.
350