юғалған икән, тимәк, әҫәрҙә характер логикаһы боҙола тигән һүҙ. Ә был — характерҙың статиклығын билдәләүсе күренеш УЛ.
«Ожмах вәғәҙә итмәйем» — индивидуаль характер романы, яңы кешенең формалашыуы хаҡындағы әҫәр. Ул коммунистик кешене тәрбиәләүҙе үткер һәм, билдәле дәрәжәлә, яңыса ҡуя. Был уның публицистик яңғырашлы булыуына килтергән.
Шулай итеп, башҡорт романы үҙ үҫешендә яңы стадияға күтәрелде. Әһәмиәтле ҙур проблемалар күтәреү, сисеү оҫта лығына эйә булды. Хәҙер инде жанрҙың айырым проблемалары хаҡында ғына түгел, ә әҙәби оҫталыҡ мәсьәләләре хаҡында ла һөйләрлек әҫәрҙәр барлыҡҡа килде. Социаль-психологик роман ана шул яғы менән жанр үҫешендә иң уңышлы өлгәшеүҙәрҙе үҙендә туплаған төрө булып тыуҙы.
Ңе * * Роман-проблемала, терминдан уҡ күренеүенсә, ҙур, актуаль проблеманы хәл итеү — уның жанр үҙенсәлеген, художество йөҙөн билдәләне. Шуның менән бергә уларҙа индивидуаль характерҙы һүрәтләргә ынтылыу көслө. Сөнки тема ла, проб лема ла айырым шәхесте тәрбиәләү ихтыяжына туранан-тура бәйләнгән. X. Ғиләжевтең «Погонһыҙ һалдаттар», Н. Мусиндың «Ауылым юлы», «Кеше йылмая», Р. Низамовтың «Мәрйәм», Ф. Әсәновтың «Вәғәҙә», Д. Исламовтың «Өс осрашыу» кеүек әҫәрҙәрендә лә күп төрлө проблемалар ҡуйыла. Ләкин быларҙа проблемалылыҡ жанр характерын билдәләп, артыҡ ҡапайып тормай. Уларҙа замандаштарҙың төрлө образдары тыуҙырыла, замандың социаль-сәйәси, фәлсәфи, мораль-этик һәм, әйтергә кәрәк, хатта психологик характеры ла асыла.
Был әҫәрҙәрҙең үҙенсәлеге шунда, уларҙа ҡуйылған проб лемалар социаль яҡтан ныҡ яңғырашлы, әһәмиәтле. Әлбиттә, элегерәк сыҡҡан романдарға ла проблемалылыҡ хас. Ләкин уларҙа проблема тормошто тәрән анализлау һәм һығымта яһау нигеҙендә ҙур художестволы дөйөмләштереү рәүешен алманы. Шуға ла ул социаль йөкмәтке яғынан тейешле юғарылыҡҡа күтәрелмәне. Быға очерк стиле лә ҡамасау булды.
X. Ғиләжевтең «Погонһыҙ һалдаттар» романы башҡорт романистикаһына байтаҡ ҡына яңылыҡтар өҫтәне. Ул ил һәм халыҡ тормошонда ҙур социаль үҙгәрештәрҙе сағылдырған 348