Вахитов Ә.X. Башҡорт прозаһының жанр-стиль ҡанундары - 2007. Страница 342.

Ңс * Ңс Хәйҙәрҙең комбинатҡа килгәнгә тиклем дуҫтары бөтөнләй юҡ. Уның тик бер компанияла була торған таныш-белештәре генә бар. Сөнки дуҫлыҡты фекер берлеге, юғары идеалдар, ынтылыштар берлеге, эш берлеге тыуҙыра. Дуҫлыҡ тойғоһон көрәштәш булыу тыуҙыра. Ә Хәйҙәрҙә әле бының йөҙҙән бере лә юҡ. Шуға ла комбинатҡа килгәс, берәүҙе лә иҫкә алмай, әсәһенән башҡа берәү менән дә фекер бүлешеп хатлашмай. Комбинатҡа эшкә ингәс тә әле ул яңғыҙ «сит бауыр», «кил­ мешәк» булып йөрөй бирә. Сөнки комбинат эшенә лә, тимәк, унда эшләүселәрҙең мәнфәғәттәренә лә уның мөнәсәбәте асыҡ түгел. Әммә ул уйлана, фекер йөрөтә. Ошо фекерләү һәм эштә ҡатнашыу, көн дә башҡалар менән аралашыу уны күҙен асы- быраҡ ҡарарға, ҡараш йүнәлешен әленән-әле ошо кешеләргә табан, заман еленә табан көйләргә мәжбүр итә. Әлеге Солена- яны яҡлап Барабан менән талашыуы ла уның дуҫлашыуға булған, кешелек тойғоһон яҡлауға булған бер аҙымы ул. Ысын тойғоно бысратыусыға булған был һөжүм уны хуш күңелле­ лектән сығара һәм ул үҙе лә һиҙмәҫтән бер ҡарауҙа тупаҫыраҡ күренгән Нәғимәнең сафлығына, киң күңелле булыуына һоҡлана башлай, кешеләр араһындағы ғәҙелһеҙлек тыуҙырған Доминчес ҡайғыһы һәм фажиғәһе уны был кешегә яҡынайта, кешенең тойғоһон һатырға аҙапланған Пискаревскийҙы үҙенсә хөкөм итә. һәм аҙаҡ үҙенең илтифатһыҙлығы, кешеләрҙе, эште хөрмәт итеп еткермәүе арҡаһында килеп тыуған яңғыҙлығын, цехташтары араһына әштәш булып ҡына түгел, күңелдәш, серҙәш, дуҫ, тиңдәш, йәғни ошо коллектив ағзаһы булып та инә алмауын бик ауыр кисерә. Ә инде тегеләрҙең КПСС про­ граммаһын өйрәнә торған йыйылышына асыҡтан-асыҡ саҡыр- мауҙарын күреп бик ныҡ ғәрләнә, ғәрләнеп кенә ҡалмай, ә. ҡайғыра ла. Ул хәҙер кешеләр араһына, коллективҡа ынтыла. Ошо кисереш уны дөйөм ятаҡҡа күсерә, ошо кисереш Писка­ ревскийҙы намыҫ судында хөкөм иткәндә уға ҡаршы һөйләргә, үҙен Прохор ҡарттар, Нәғимәләр рәтенә сығарырға тырышыуға алып бара. Ә инде Прохор ҡарт: «.. .Пискаревский кеүек һәм уның дуҫтары кеүек әҙәмдәр беҙҙе артҡа тарта», — тип ситләтеп әйтеүендә лә үҙенә «төртөп әйтеүен» күреп ғәрләнә. «Етәр, килмешәк булып та, шикле кеше булып та туйҙым! Йөрәгемде етерлек таланығыҙ, сик ҡуйырға кәрәк», — тип әсе­ неүле уйлай Хәйҙәр. Ә инде бер аҙҙан ул «Мин хәҙер Барабан 342

Страницы:

Обложка 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31 32 33 34 35 36 37 38 39 40 41 42 43 44 45 46 47 48 49 50 51 52 53 54 55 56 57 58 59 60 61 62 63 64 65 66 67 68 69 70 71 72 73 74 75 76 77 78 79 80 81 82 83 84 85 86 87 88 89 90 91 92 93 94 95 96 97 98 99 100 101 102 103 104 105 106 107 108 109 110 111 112 113 114 115 116 117 118 119 120 121 122 123 124 125 126 127 128 129 130 131 132 133 134 135 136 137 138 139 140 141 142 143 144 145 146 147 148 149 150 151 152 153 154 155 156 157 158 159 160 161 162 163 164 165 166 167 168 169 170 171 172 173 174 175 176 177 178 179 180 181 182 183 184 185 186 187 188 189 190 191 192 193 194 195 196 197 198 199 200 201 202 203 204 205 206 207 208 209 210 211 212 213 214 215 216 217 218 219 220 221 222 223 224 225 226 227 228 229 230 231 232 233 234 235 236 237 238 239 240 241 242 243 244 245 246 247 248 249 250 251 252 253 254 255 256 257 258 259 260 261 262 263 264 265 266 267 268 269 270 271 272 273 274 275 276 277 278 279 280 281 282 283 284 285 286 287 288 289 290 291 292 293 294 295 296 297 298 299 300 301 302 303 304 305 306 307 308 309 310 311 312 313 314 315 316 317 318 319 320 321 322 323 324 325 326 327 328 329 330 331 332 333 334 335 336 337 338 339 340 341 342 343 344 345 346 347 348 349 350 351 352 353 354 355 356 357 358 359 360 361 362 363 364 365 366 367 368 369 370 371 372 373 374 375 376 377 378 379 380 381 382 383 384 385 386 387 388 389 390 391 392 393 394 395 396 397 398 399 400 401 402 403 404 405 406 407 408 409 410 411 412 413 414 415 416 417 418 419 420 421 422 423 424 425 426 427 428 429 430 431 432 433 434 435 436 437 438 439 440 441 442 443 444 445 446 447 448 449 450 451 452 453 454 455 456 457 458 459 460 461 462 463 464 465
Закрыть