хәлдә, был аргумент ҡына әле үтә көсһөҙ. Ә бит ошондай иғландан һуң күп тә үтмәй Хәйҙәр «әлбиттә, ике быуын араһында эстафета йәшәй, беҙ оло быуындың бөйөк хыялдары на табынабыҙ, уларҙың ҙур эштәрен дауам иттерәбеҙ, ул тура ла шик юҡ. Үткән быуын эшләгәнде бер нисә тапҡырға артты рып үтәгәндә генә беҙ үҙебеҙҙең бурысыбыҙҙы тулыһынса башҡарҙыҡ тип әйтеп булыр», тип бөтә йәш быуын исеменән һөйләп китә.
Күренеүенсә, әҫәрҙең конфликты ике быуын араһындағы ҡаршылыҡҡа ла ҡоролмаған. Быны әҫәрҙең төп геройы үҙе үк кире ҡаға. Бер ваҡыт Хәйҙәр Амантаевтан: «Ниңә әле минең менән яфаланаһың?» — тип һорағас, тегеһе: «Мин һине аңларға теләйем», — тип яуап ҡайтара. Әммә был да кон фликтҡа ятырлыҡ проблема түгел. Сөнки Амантаев йәш быуынды тәрбиәләгәндә киткән хатаны ғына эҙләй, шуны юҡҡа сығарырға, эстафета ҡабул итерлек кеше булып үҫеүен генә теләй Хәйҙәрҙең. Әммә нисек кенә булмаһын, әҫәрҙә йәштәрҙән ике төркөм бирелә. Айбикә менән Валентин бер яҡта тора, ә Нимфочка менән Пискаревскийҙар — икенсе яҡта. Ә инде Хәйҙәр ошо ике уртала тороп ҡалған.
«Ике быуын араһында бәхәсләшерлек сәбәп юҡ, йылдар ке шеләрҙе айырмай, тик ысын кеше менән буш обыватель араһында ғына сик уҙа...», — тигән асыш яһай Хәйҙәр оҙаҡ ҡына дауам иткән аҙашыуҙарҙан һуң. Шуның менән ул үҙе менән Амантаев араһындағы бәхәсте нигеҙһеҙ тип иғлан итә һәм «үҙ юлын үҙе эҙләгәндә»ге бер аҙашыу күренеше итеп кенә ҡарай. Хатта асыҡтан-асыҡ: «Аҙашыуҙар артта ҡалды!» — тип ҡысҡырғыһы килә. Тимәк, әҫәрҙең сюжеты Хәйҙәрҙең «үҙ юлын эҙләп» табыу тарихын һөйләүгә ҡоролған һәм ошо тарих тышҡы биография булыуға ҡарағанда күңел хәрәкәте рәүешендә тасуир ителә лә. «Минең үҙемдең дә ҡунаҡ булып йәшәгем килмәй, хужа булғым килә» тиеүендә инде герой күңеленең бер сферанан икенсе сфераға «сәйәхәте» әйтеп бирелгән. Бына ошо «сәйәхәттә» осраған икеләнеү һәм «аҙашыуҙар» әҫәр сюжетының хәрәкәт һәм үҫеш сығанағы бу лып тора, уның конфликтын тәшкил итә. Герой бик күп уйла ныу һәм аҙашыуҙарҙан һуң, обывателлектән ысын кеше булыу дәрәжәһенә, ҡунаҡ булыуҙан хужа булыу дәрәжәһенә үҫеүен билдәләй ала. Тимәк, романға саҡ килеп ингән Хәйҙәрҙең күңелендә кескенә обыватель, ҡунаҡ булып ғүмер уҙғарырға ынтылыусы берәү ултырған. Кеше булыу өсөн үҙ йырың бу 340