Дөрөҫ, автор үҙ романын индивидуаль характер романы, индивидуаль характерҙың тыуыуын тасуирлаусы роман итергә теләй. Был яғы менән әҫәр «Йомарт ер», «Май ямғыры», «Гөлйемеш сәскәһе» романдарында билдәле дәрәжәлә статик планда бирелгән геройҙарҙан айырылып тора. Сөнки Ә. Бик чәнтәев үҙ геройының формалашыу тарихын бирә, ә был сюжет хәрәкәтендә үткер-үткер боролоштар яһауға, ғөмүмән, компо зицияны һығылмалы итеүгә мөмкинлектәр аса. Сөнки «сю жет — характер үҫешенең логикаһы» (К. Федин) булғанлыҡтан «индивидуаль характер» романы геройҙың эске тормошона үтеп инеүҙе, психологик анализға нығыраҡ баҫым яһауҙы талап итә. Тимәк, «Ожмах вәғәҙә итмәйем» «шәхси хроника» формаһында ижад ителгән. Был яғы менән ул беҙҙең прозала повестар жан рында ныҡ ҡына үҫеш алған сюжет формаһын үҫтерә. «Шәхси хроника»ға нигеҙләнгән сюжет төрө 3. Биишева («Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар...»), Ф. Иҫәнғолов («Фәниә», «Алтын бикә»), Н. Мусин («Ауылым юлы») һ.б. авторҙарҙың әҫәрҙә рендә файҙаланылды.
Тормошто, нигеҙҙә, бер пландараҡ хикәйәләүсе повесть жанры өсөн был алым үҙенең сикләнмәгән мөмкинлектәрен аса. Сыңғыҙ Айтматовтың күпселек әҫәрҙәре сюжеттың ошондай формаһына нигеҙләнгән. Ә. Бикчәнтәев үҙ романында был алымды геройҙың характерын асыу, ғөмүмән, бөгөнгө нефтехи- миктар тормошон һүрәтләү өсөн, әйтергә кәрәк, нигеҙҙә, уңыш лы файҙалана. Сөнки Хәйҙәр Аюдаров образы бик теремек, перспективалы, потенциаль мөмкинлектәре ҙур булған кеше рәүешендә күҙ алдына баҫа. Ләкин геройҙың эшмәкәрлек, ара лашыу сфераһы тарыраҡ булғанлыҡтан (ә был ун һигеҙ йәшлек, яңы эш башлаған егет өсөн бик тәбиғи) уны уратып алған сфера, ҙур тормош панорамаһы, коллектив, кешеләр киң эпик һүрәтләнеш алмай. Был инде туранан-тура әлеге сюжет ҡыҫымынан сыға алмау бәләһе. Романдың бындай «тарайыу»ға булған тенденцияһының, әлбиттә, объектив сәбәбе бар. Ул да булһа — авторҙың үҙе ҡуйған төп проблеманы үтә ерләштереп, нигеҙҙә, көнкүреш материалындараҡ хәл итеүе. Шуға ла әҫәрҙә нефтехимиктар өсөн генә хас булған үҙенсәлекле романтика, тормош стихияһы юҡ. Нефтехимия комбинаты, ундағы тормош әҫәргә сюжет фоны булып хеҙмәт итерлек тә һүрәтләнеш алмай. Был инде сюжет ҡоласын бермә-бер тарайта, әҫәрҙең ҙур һулышын ҡыҫа. Сюжет нигеҙенә ятҡан тормош материалы нан ошолай «баш тартыу», әлбиттә, хикәйәләүҙе үҙәккә ҡуйылған геройҙың үҙенә биреүҙән дә килә.
335