«Марокко әфлисуны», «Ваҡыт, дуҫҡай, ваҡыт...» (В. Аксенов), «Хуш бул, мәктәп балаһы» (Б. Окуджава) кеүек томанлы идея лы әҫәрҙәр барлыҡҡа килде. «Үҫмерҙәр повесы»ның конфликт сығанағы тейешле, дөрөҫ тәрбиә алмауға, мәктәптең тормош тан айырылыуына алып барып тоташтырылды. Быуындар ара һындағы мөнәсәбәттең йомшаҡ яҡтары эҙләнде. Әммә Ә. Бик- чәнтәевтең «Ожмах вәғәҙә итмәйем»ендә был сығанаҡ бик үк нигеҙле түгел. Сөнки авторҙың һөйләүенә ҡарағанда, Хәйҙәр Аюдаров мәктәптә арыу ғына тәрбиә алған, ул хатта слесарлыҡ һәнәренә лә эйә. Үҫкәндә лә тормоштоң төрлө сағын күреп үҫә. Уның скептиклығының сығанағы әсәһенең артыҡ иркәләтеп тәрбиәләүендә булһа кәрәк.
Шулай ҙа был ғына әле сығанаҡ булып етә алмай. Сөнки автор үҙ геройын аҡыллы, аналитик фекерле кеше итеп тәҡдим итеү өҫтөнә, уны намыҫлы итеп тә күрһәтә. Ул, мәҫәлән, мәктәпте тамамлап, мебель яһау артеленә эшкә инә, ундағы жуликтар менән талаша. Был үҙе үк геройҙың дөрөҫ юлда то роуы тураһында һөйләй түгелме һуң? Әммә автор беҙҙе уның менән «эшлектән сыҡҡан скептик», «тар балаҡ» (!) итеп та ныштыра. Хәйҙәрҙең «минең идеалым — рәхәт йәшәү» (журнал вариантында «идеалһыҙ йәшәү») тип әйтеүендә бер ни тиклем йәшлек ҡылансыҡлығы булыу менән бергә, был һүҙҙең тыуыуы өсөн ниндәйҙер сығанаҡ та бар. Әлеге артелдә алған рухи трав ма, еңел йәшәүселәр менән аралашыу, тәрбиәләүҙәге ҡайһы бер йомшаҡ яҡтар уны ана шул скептик итеп еткерә, уның донъяға ышанысын ҡаҡшата төшә лә инде. Тап бына шул яғы менән «Ожмах вәғәҙә итмәйем» әлеге «Үҫмерҙәр повесы»на барып тоташа. Икенсенән, роман «бер герой тураһында» ғына. Уның маҡсаты — Хәйҙәрҙе «кеше итеү».
Ваҡиға бер генә йүнәлештә — төп герой һыҙығы менән генә үҫтерелә. Шулай ҙа Хәйҙәр образына һалынған йөкмәтке, идея- күтәремдең социаль сәбәп яғы тулыһынса нигеҙләнгән тип булмай әле. Тап шуға ла инде «Ожмах вәғәҙә итмәйем»дең конфликтын барлыҡҡа килтереүсе идеялар көрәше, һүҙ көрәштереү яһалмараҡ. Автор айырым китап итеп сығарғанда журнал вариантында сағылыш тапҡан аталар һәм балалар проблемаһын нисек кенә булһа ла йомшартып, быуындар эста фетаһы рәүешенә үҙгәртергә тырышмаһын, барыбер яһалмалы лыҡты еңеп сыға алмаған. Ә сюжет хәрәкәтенең дә, компози цияның да ошо «бер кеше хаҡында китап» рәүешендә алыныуы был конфликттың шартлылығын тағы ла асығайта төшә.
334