4. Факт һәм художестволы дөйөмләштереү Нәҫер кеүек үк, хикәйә лә башҡорт прозаһы өсөн яңы жанр түгел ине. Революцияға тиклем М. Ғафури, 3. һади, А. Таһи ров, Ф. Вәлиев, Ә. Иҫәнбирҙин, Ә. Таңғатаров кеүек прозаик тарҙың заманына күрә юғары ғына әҙәби мәҙәниәткә эйә булған әҫәрҙәре Октябрҙән һуң был жанрҙың яңы, ижади шарттарҙа йылдам үҫеп китерлек тәжрибә һәм традиция нигеҙе булды. Шулай ҙа тәүге осорҙа хикәйә жанрында эҙләнеүҙәр тулҡынында еңел-елпе, ваҡиға тасуири рәүешендә генә яҙыл ған әҫәрҙәр ҙә күренгеләне. Был йәһәттән А. Таһиров хикәйә ләре үҙе бер күренеш булды.
Егерменсе йылдар башында А. Таһиров үҙ хикәйәләрендә Октябрь уятҡан ауылдағы ваҡиғаларҙы тасуирланы. Иң тәүге хикәйәләренең береһен ул хатта «Ауылда Октябрь» (1919) тип атаны ла. Был әҫәрҙәрҙең үҙенсәлеге шунда: уларҙың барыһы ның да үҙәгендә революцион ваҡиғаларҙың шаһиты булған хикәйәсе, йәғни автор образы тора. Ошо шаһитлылыҡ был ваҡиғаларҙы тереләй теҙеп һөйләп сығыуға килтерә. Яҙыусы хәл-күренештәрҙе идея-эстетик ҡараштан сығып художестволы сюжетҡа ҡороуҙан бик алыҫта тора әле. Ул тормош фактын ху дожестволы эпизодҡа әйләндереү хаҡында уйламай ҙа. Хатта автор үҙенең шул ваҡиғаларҙы үҙ башынан үткәреүен әленән- әле һыҙыҡ өҫтөнә алыуҙы кәрәк таба, йәйә эсендә аңлатмалар бирә. Бындай күренеш артабан яҙыусының егерменсе йылдарҙа ижад иткән повестарында ғына түгел, утыҙынсы йылдарҙа сыҡҡан романдарында ла ныҡ һиҙелде. Ваҡиға тасуири менән мауығыу егерменсе йылдар башында Ғ. Дәүләтшин, Ғ. Ғүмәр хикәйәләрендә лә күҙәтелә. Әммә әҙәби процесс әүҙемләшкән һайын, хикәйә камиллаша, жанр яғынан асыҡлана барҙы. Аҡрынлап уның айырым типтары ла барлыҡҡа килде. Был процесс М. Ғафури, Д. Юлтый, И. Насыри, Б. Ишемғолов, Т. Йәнәби, һуңыраҡ А. Карнай ижадында асыҡ күренде.
Хикәйә үҫешендә егерменсе йылдар уртаһында тематика һәм тормош материалы яғынан ғына түгел, уны хәл итеү йәһәтенән дә асыҡ ҡына булып аңлатмалы (дидактика), сати рик, героик-романтик һәм замандың актуаль мәсьәләләренә ар налған проблематик хикәйәләр һыҙатланды. Был хәл жанрҙың, нигеҙҙә, формалашыуын күрһәткән процесс ине.
Дидактик хикәйәләр, нигеҙҙә, М. Ғафури ижады өсөн хас булды. Уның балалар өсөн яҙған «Ҡыр ҡаҙы», «Ялсы», «Яңы 2 - 1 0060 07 33