Тимәк, ижады революцияға тиклем күп йылдар элек баш ланған һәм милли яҙма тел булмағанға, башҡорт халҡына аңлайышлы булған туғандаш татар телендә яҙған күп кенә яҙыусыларҙың эшмәкәрлеге башҡорт әҙәбиәтенә инмәй булып сыға. Бында X. Ғәбитовтың әҙәбиәттең барлыҡҡа килеүендәге ижтимағи-социаль шарттарҙы һанға һуҡмағанлығы ап-асыҡ күренә. Ул яҙма әҙәби телдең эшләнеү һәм ғәмәлгә ашырылыу процесы менән милли әҙәбиәт тыуыуын бутай. Ошо уҡ ҡараш тарын X. Ғәбитов һуңыраҡ тағы ҡабатлап яҙып сыҡты1. Ошо уҡ ҡарашты үҙенең «Зарождение и развитие башкирской литера туры»2 тигән мәҡәләһендә С. Мирасов та яҡлап сыҡты. Ул башҡорт әҙәбиәтенең «үҙенә бер башҡалығы» тураһында күп һөйләй. Башҡорт әҙәби тәнҡитендә ошоға ҡапма-ҡаршы, икен се сиккә һуғылыусы төркөм дә бар ине. X. Наум, Ш. Шәһәр, мәҫәлән, үҙ мәҡәләләрендә әҙәбиәттең үҙенсәлеген кире ҡаҡты. Булған әҙәби-художестволы традицияларҙан, идея-эстетик тәжрибәнән баш тартыу, милләттәрҙән өҫтөн (наднациональ ный) дөйөм пролетар әҙәбиәт тыуҙырыу идеяһын алға һөрҙөләр. Бына ошо шарттарҙа әҙәбиәттең дөрөҫ идея-художе- стволы юлда тороуы өсөн көрәштә М. Ғафури, Д. Юлтый, Т. Йәнәби, Б. Ишемғолов кеүек күренекле яҙыусыларҙың пози цияһы ҙур роль уйнаны. М. Ғафури ошо уңай менән үҙенең «Күк нурҙары» (1923) тигән шиғырын яҙҙы. Д. Юлтый «Поэту неба» (1922), «Сердце поэта» (1922), «Не воскрешайте мерт вое» (1923) кеүек шиғырҙарында ана шул идея-эстетик тайпы лыштарға ҡаршы сыҡты. Бынан тыш, Д. Юлтый әҙәби-тәнҡит һәм ғилми-теоретик характерҙағы бик күп мәҡәләләрҙең дә авторы булды. Өлкән шағир, талантлы прозаик, үҙенсәлекле драматург Д. Юлтый киң эрудициялы ғалим да ине. Уның әҙәби сығыштарынан тыш, театр, дөйөм мәҙәниәт үҫешенә арналған мәҡәләләре лә күп сыҡты. Мәҫәлән, X. Ғәбитовтың башҡорт әҙәбиәте хаҡындағы булмаған «теоретик» ҡараштарының асы лын нигеҙле итеп асып, махсус мәҡәлә яҙып сыҡты3.
Егерменсе йылдарҙағы идея-эстетик көрәш ана шулай башҡорт совет әҙәбиәтенең киләсәге нисек булырға тейеш тигән эҙләнеүҙе сағылдыра ине.
1 «Башҡорт аймағы» («Башкирский край») журналы. Өфө, 1928. № 6.
2 Шунда уҡ.
3 Д. Юлтый. «Сыбар шоңҡар» һәм уның идеологтары. «Октябрь» журналы. Өфө, 1930. № 1.
32
Егерменсе йылдарҙағы идея-эстетик көрәш ана шулай башҡорт совет әҙәбиәтенең киләсәге нисек булырға тейеш тигән эҙләнеүҙе сағылдыра ине.
1 «Башҡорт аймағы» («Башкирский край») журналы. Өфө, 1928. № 6.
2 Шунда уҡ.
3 Д. Юлтый. «Сыбар шоңҡар» һәм уның идеологтары. «Октябрь» журналы. Өфө, 1930. № 1.
32