ышаныуы уның сәйәси һуҡырлығына, хатта ғәмһеҙлегенә әйләнә яҙып, үҙенең тәгәрәп төшөүенә сәбәпсе лә була. Азама тов та кешегә шул уҡ ҡарашта. Ә бына Туғанов менән Исҡужин кешене трамплин, алға үрмәләүҙә бер таяныс, тор мош шахматында бер пешка ғына итеп ҡарай, кешене үҙҙәре нең үрләүендә файҙаһы яғынан ғына баһалайҙар. Исҡужин менән Туғанов Аҡназаров яҙмышы хаҡында һөйләшкәндә был тағы ла яланғасыраҡ әйтеп бирелә. Ҡатын-ҡыҙҙы һанға һуҡмау ҙа ана шунан килә. Туғановтың Валентина менән мөнәсәбәте, Исҡужиндың Ниса тураһында Әфләтуновҡа биргән өгөтө уларҙың ҡарашын бик асыҡ күрһәтә.
Контраст геройҙарҙың власҡа мөнәсәбәтендә лә, үҙ-үҙен тотоуында ла, мөхәббәткә ҡараштарында ла, кешегә мөнәсә бәттәрендә лә ныҡ урын ала. Тимәк, геройҙарҙы бер яҫылыҡта- раҡ тасуирлау, төп сюжет һыҙығы менән ярҙамсы, эргә сюжет тарҙы тығыҙ бәйләй алмау характерҙарҙы тулы һәм бөтөн итеп биреүгә ҡамасаулай. Шул арҡала «Гөлйемеш сәскәһе» рома нында ла Азаматов ҙур характер булып кәүҙәләнеп етмәй ҡала.
Юғары художество әҫәрендә сюжет менән характер диалек тик берлек барлыҡҡа килтерә. Ә инде был берлек булмай икән, тимәк, авторҙың донъяға ҡарашын, идеалын, ынтылыштарын билдәләүсе характер юҡ тигән һүҙ. Шуның өсөн дә әлегәсә ҡарап үтелгән романдарҙы характер романы тип иҫәпләп бул май. Уларҙағы эҙмә-эҙлелек характерҙы түгел, ә теманы асыуға йүнәлтелгән. Сөнки авторҙар яңылыҡты кешеләрҙә түгел, ә тормоштағы дөйөм үҙгәрештәрҙә, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙа күрҙе, һөҙөмтәлә әҙәбиәттең төп проблемаһы — герой пробле маһы — ситтәрәк ҡала килде.
* * * Роман жанрының төп проблемаһы — ыңғай герой тыуҙы рыу. Геройҙары тормоштағы айырым яңылыҡ һәм үҙгәрештәрҙе сағылдырыусы ғына булмайынса, теремек кеше булып, ниндәйҙер дәрәжәлә характерҙары ла асылған әҫәрҙәрҙең барлыҡҡа килеүе башҡорт прозаһының, роман жанрының үҫешендә ҙур бер аҙым булды.
Был яҡтан Н. Мусиндың «Ер биҙәге» повесы мәғлүм бер әһәмиәткә эйә. Унда беҙҙең проза өсөн тематик яҡтан ғына түгел, художестволы яҡтан да яңылыҡ тип ҡарарлыҡ нәмәләр 319