ҒАЛИМ. ӘҘИП. ТӘНҠИТСЕ (Баш һүҙ урынына) Йылдар үткән һайын, аранан киткән яҡын кешеңдең обра зы ҙурая, ул әйткән һүҙҙәрҙең, биргән кәңәштәрҙең асылы тәрәнәйә, эштәре, хатта осраҡлы тип иҫәпләнгән ҡылыҡтары ла ниндәйҙер оло мәғәнәгә эйә була бара. Әнүр Вахитов минең өсөн тап ана шундай шәхес. Мин уны үҙемде аңғарған мәлдән бирле белһәм дә бөтә булмышын, художестволы ижадын, фәнни, ижтимағи эшмәкәрлеген, кешелек сифаттарын, хатта туғанлығын, бөгөн, вафатына сирек быуат үткәс, нығыраҡ то ям, аңлайым һәм был донъянан иртә китеүенә, тимәк, ижад ҡеүәтен тулыһынса асып өлгөрә алмауына күңелдә әсе үкенес тойғолары йөрөтәм...
Әнүр Хисмәт улы Вахитов (1932-1984) — күренекле ғалим, филология фәндәре кандидаты, тәнҡитсе, әҙәбиәт ғилеме бел гесе, шағир, яҙыусы. Сирек быуат самаһы әүҙем ижади тормош менән йәшәү дәүерендә ул фән әлкәһендә лә, әҙәбиәт әлкәһендә лә байтаҡ талантлы әҫәрҙәр ижад итеп өлгөрҙө. Уның төп фәнни хеҙмәте башҡорт прозаһын, башҡорт романын тикшереү булды. Ул уның сығанаҡтарын, традицияларын, ҡаҙаныштарын өйрәнде, уның тарихын теоретик аспектта яҡтыртты.
«Әнүр Вахитов башҡорт романының ғилми биографияһын яҙҙы. Әҙәбиәтебеҙҙә, шөкөр, хәҙер романдар күп, әммә уның яҙылған биографияһы әле берәү генә. Берҙән-бер авторы — Әнүр Вахитов...» — тип яҙҙы академик Ғайса Хөсәйенов үҙенең «Утыҙ икенселәрҙән икәү» тигән мәҡәләһендә. («Ағиҙел» жур налы, 1988. № 9. 108-се бит.) Башҡорт романының биогра фияһын бер ултырыуҙа йәки бер йылда ғына яҙып булмай, ғалим был эш менән бөтә ғүмере буйы, ғилми эшмәкәрлегенә ныҡлап тотонған тәүге көндәренән үк, мәшғүл булды. Тикше 3