Шул уҡ ваҡытта яңы йөкмәтке прозаның новаторлыҡ асы лын билдәләүенә, үҫешен тиҙләтеүенә ҡарамаҫтан, жанрҙар эволюцияһында айырым етешһеҙлектәр ҙә күренгеләй ине әле. Бигерәк тә йөкмәтке менән форма мөнәсәбәтендәге ҡайһы бер ҡаршылыҡтар ҡатмарлы форма — роман жанрында нығыраҡ беленә. Пропорцияның һаҡланмауы, тормош материалының очеркка хас алымдар менән эшкәртелеүе, шул арҡала романға ғына хас художестволылыҡтың, дөйөмләштереүҙең етмәүе — шуның күҙгә бәрелеберәк торғандары.
5. Романдың темаһы һәм характеры «Очеркизм», «публицизм» беҙҙең прозала халыҡ тормошон дағы яңы күренештәрҙе, кешеләге яңы сифаттарҙы һүрәтләргә ынтылыуҙың тәүге һөҙөмтәһе рәүешендә барлыҡҡа килде. Шуға ла бөгөнгө көн темаһына яҙылған ҙур күләмле әҫәрҙәрҙә замандың актуаль проблемаларын сисеүҙә очерк эмпиризмы, тормош факттарына публицистик килеш күҙгә ныҡ бәрелә. Уларҙа авторҙарҙың идея-художество концепцияһын сюжеттың нигеҙенә һалынған тормош материалының фактик яғы ҡаплай. Шулай ҙа был әҫәрҙәрҙә һис һүҙһеҙ новаторлыҡ һыҙаттары бар. Беренсенән, уларҙа замандаш образы бирелә һәм ул яңысараҡ һүрәтләнә. Әгәр элеккерәк проза әҫәрҙәренең геройҙары, ни геҙҙә, статик планда күрһәтелһә, әҫәрҙең үҙәгендә генә тороп, композиция функцияһы үтәһә, авторҙың идеяһын пассив үткәреүсе булһа һәм шул арҡала уның эске донъяһы асылмайы- раҡ ҡалһа, бөгөнгө әҫәрҙәрҙең геройы — әүҙем хәрәкәт итеүсе кеше. Был әүҙемлек әҫәрҙең ваҡиғаға, уның теүәллегенә генә түгел, ә фекер үҫешенә һәм фекер теүәллегенә ҡоролоуынан, тимәк, автор позицияһының әүҙемлегенән килә.
Хәҙерге көн темаһына ижад ителгән ҙур күләмле әҫәрҙәрҙең авторҙары очеркист һәм публицист булараҡ та әүҙем эшләне. Улар колхоз һәм совхоздарға йөрөнө, тормоштағы үҙгәреш тәрҙең ҡайнар әҙенән барып, актуаль проблемаларҙы өйрәнде. Шул уйланыуҙар һөҙөмтәһендә яңы әҫәрҙәр ижад ителде.
Д. Исламовтың «Ҡыҙҙар», Н. Мусиндың «Зөһрә», И. Абдул- линдың «Беҙҙең ауыл ҡыҙы», Ә. Вәлиҙең «Рәүфә» повестары ауылдағы ана шул яңы ҡуҙғалышты сағылдырған, кешеләр араһындағы яңы мөнәсәбәттәрҙе, хеҙмәткә, ғаиләгә яңы ҡараш 297