Башҡорт Солтанморат менән украин ҡыҙы Малаханың ҡауышыуына бер яҡтан да тупаҫ тығылыу юҡ. Сөнки башҡорт еренә күсеп килгәс, кешеләрҙең күңелен, рухын күтәргән, шу нан тәүге ҡаҙаҡты ҡаҡҡан Малаханың Солтанморатҡа сығыуы нисектер ғәҙәттән тыш хәл булып тойолмай. Киң ҡараш, яғым лы күңел, һөйкөмлөлөк менән кешеләргә ярай белгән Малаха ның портретын да автор легендала һөйләнә, йырҙарҙа йырлана торғанса маҡтау теле менән төҙөй. Данко йөрәкле был ҡыҙ төҫө, моңлолоғо, йомарт күңелле, егәрле, ярҙамсыл булыуы менән дә халыҡ героиняһына хас. Ул әҫәрҙә бик ҙур оҫталыҡ менән һүрәтләнгән Мораҙым үре кеүек ғорур ҙа, бейек тә. Ав тор уны ерҙән күтәреберәк, романтик планда һүрәтләй. Роман тик һүрәт бигерәк тә Малаханың йәш сағын хикәйәләгәндә ҡулланыла. Аслыҡ, яланғаслыҡ тырнағынан ҡасҡан Украина- нан күсенеүселәрҙең бер төркөмө башҡорт еренә күҙ текәп өмөт менән килә. Әммә бында ла ер таланған, бөлгән. Башҡорттар Мораҙым башынан ер тәҡдим иткәс, ауыр хәлгә тарыған юл даштарының рухын күтәреүсе йырсы ҡыҙ Малаха була. «...күкрәгенән тауышы сығыу була, ошо ҡәҙәрле моңдо эргәләге урман, ҡая таштар яңғырап ҡабатлай. Әйтерһең, беҙ ят ерҙә түгел, ә үҙебеҙҙең тыуған илебеҙ Украинала». «Бына шулай үҙенең тауышы менән кешеләрҙе лә, тау-ташты ла ар бап туғанлаштырҙы Малаха...» — ти уның хаҡында әхирәте Оксана күп йылдар үткәс. Малаха үҙе менән бергә килгән юл- даш-ҡәрҙәштәрен тауҙар, урмандар, башҡорттар биргән ер менән генә түгел, ә шул ерҙең элекке хужалары менән дә дуҫлаштырып ҡына ҡалмай, туғанлаштыра ла. «Беҙ бөтәбеҙ ҙә бер тамырҙан йәйелгәнбеҙ» тиҙәр ауыл кешеләре, һәм әсәләре нең йәше йөҙгә етһә лә «һикереп атҡа менерлек» булыуы менән ғорурланалар. Шул йәшендә лә «һүрелмәгән күңел йылыһын һиңә йомарт бүлеп бирә», — ти хикәйәләүсе.
Әҫәр пафосының ғәжәп шиғриәтле, йөкмәткеһенең бай һәм формаһының бик һыйымлы булыуы менән айырылып тора. Легендаға оҡшаш был хикәйә халыҡсанлығы, үҙенә генә хас моңо, һағышы менән жанрҙың бөгөнгө иң һәйбәт ҡаҙанышта рының береһе ул.
Ғөмүмән, был йылдарҙа яҙған һәр хикәйәһе ҡайһы яғы менән булһа ла авторҙың оригиналь тауышы итеп ҡабул ителә. Бына «Дегәнәк» хикәйәһе. Яҙыусы кеше күңелендә насар яғы менән традицион бер образ-төшөнсә рәүешендә нығынған дегәнәкте лә яңыса һүрәтләй. Әлбиттә, шәп нәмә түгел дегәнәк.
280