бигерәк тә революцияның тәүге осорондағы нәҫерҙең агита цион пафосы, публицистик үткерлеге һәм аңлатмалы рухына бәйләнгән. Революцияға тиклемге нәҫерҙәге эҙләнеү — ул мәңгелек сәйәси ҡараңғылыҡтан ҡотолоу, халыҡты ауыр тор моштан ҡотҡарыу, яҡтылыҡҡа һыуһау рухы кеүек социаль мотивтарға хәҙер инде урын ҡалманы. Уларҙы революция хәл итте. Шуға ла бөйөк үҙгәрештәрҙе, яңы тормошто үҙенеке итеп ҡабул иткән башҡорт яҙыусылары уны яҡлау һәм һаҡлауға саҡырҙы һәм шуға ла һәр революцион яңылыҡты пропаганда ланы. Ә был бурыс әҙәбиәттең әлеге нәҫер кеүек етеҙ ағышлы, һиҙгер жанрына нығыраҡ төштө. Нәҫер ана шулай яңы тор мошто раҫлаусы жанр булараҡ башҡорт прозаһының тәүге аҙымдарын яһаны. Сөнки ул үҙенең поэтик структураһы менән тормоштоң, яңылыҡтарҙың әле аңлашылып етмәгән күп яҡта рын абстракт романтика ярҙамында өҫтәнерәк, хатта схематик пландараҡ үтеп китергә мөмкинлек бирҙе. Әммә яҙыусыларға революцияның маҡсаты, уның сәйәси асылы, яңылыҡтың халыҡ өсөн булыуы асыҡ ине. Бына ошо маҡсат асыҡлығы уларҙың боевой позицияһын билдәләне һәм яңы тыуған әҫәрҙәрҙе юғары пафослы итте. Әйтерһең, нәҫер еңеүгә барыу сы революцион халыҡ өсөн яҙылған марш ине. Әммә яңы тор мош еңә һәм уның конкрет һыҙаттары аныҡлана барған һайын нәҫер жанры ла үҙгәреш кисерҙе. Уның идеяны ҡысҡырып, туранан-тура әйтеп биреүсе пафосы — артыҡ прагматик маҡсатҡа нигеҙләнеүе билдәле булды. Нәҫер аҡрынлап тарҡала башланы. Уны ана шул художестволы маҡсаттың артыҡ праг матик характер алыуы емерҙе. Сөнки Октябрь тыуҙырған яңы тормош нәҫер жанры алдына яңы бурыстар ҡуйҙы, ошо үҙгәреш рухы нәҫерҙең художестволы структураһына ла ҡағылды. Ул социаль ҡараңғылыҡта һәрмәнеп эҙләгәнен тапты. Шул арҡала уның эҙләнеү рухы яңы тормошто раҫлау пафосы менән алма шынды. Әммә ошо алмашыныу нигеҙендә нәҫер үҙ системаһын дағы төп һыҙатын — бунтарь рухын юғалтты. Жанр аҡрынлап бүҫкәрелә башланы, уның йөкмәткеһе үҙгәрҙе, әммә формаһы, художестволы алымдары шул килеш ҡалды. Ошо «ярашмау» арҡаһында ул яңы заман талаптарына яуап бирмәй башланы. Уның берҙәм системаһы, эмоциональ рухын очерк информа цияһы һәм дидактик хикәйә аңлатмаһы ҡыҫырыҡланы. Уның абстрактлы романтизмы конкретланды. Ул үҙ художестволы мөмкинлектәрен киң йөкмәткеле, һығылмалы формалы хикәйәгә бирҙе. Был процесс егерменсе йылдар нәҫерен тик шергәндә бик асыҡ күренә.
25
25