ния менән һүрәтләне. Шағир Альфред Ашҡаҙарский «Көҙгө эскиздар» тигән шиғырҙар циклы яҙыр өсөн «зиһенен шиғри хистәр менән тулыландырыу маҡсатында мәшһүр йылғаның көҙгө тәбиғәтен күҙәтеп бер нисә көн Ағиҙел буйлап йөрөргә» уйлай. Шағирҙың маҡсатын автор юрамал һыҙыҡ өҫтөнә ала. Шунан һуң ғына «юл ыңғайында колхоздарға инеп сығырға булды» тип өҫтәй. Ошо «юл ыңғайында» ғына инеп сығыу арҡаһында ла шағир ысынбарлыҡты белмәй, тормоштан айы рылған шиғырҙар яҙа. Яҙыусы үҙ геройының юл ыңғайында яңы кеше — трактористка Миләүшә менән танышыуын һәм шул арҡала аҡрынлап тормошҡа, ауылға, уның кешеләренә булған ҡатып ҡалған ҡарашының үҙгәреүен хикәйәләй. Хикәйәнең бөтөмө символикаға яҡын. Шағир Ашҡаҙарский төндә баҫыуҙа аҙаша, Миләүшә тракторының яҡтыһы төшкәс кенә оло юлды таба. Шағирҙың тормош менән осрашыуы ана шулай уны оло юлға сығара тимәксе Д. Исламов.
Н. Асанбаевтың «Минең геройым» хикәйәһенең пафосы ла ошо рәүешлерәк бирелгән. Нефтселәр янына ижади команди ровкаға барған рәссам, ундағы кешеләр менән осрашҡас, «Мин ошо көнгә ҡәҙәр нефть ҡалаһында булмауыма үкенә башланым. Йөҙөндә йәшәү шатлығы балҡып торған был кеше мине тамам мауыҡтырҙы. Нефтселәрҙе белмәй тороп, юҡҡа ғына картина лар яҙып маташҡанмын мин... Бына ҡайҙа икән ул минең ге ройҙарым!» — тигән һығымта яһай.
Ошо рәүешле тормошто өйрәнергә, уны схематик планда һәм ҡупшылап тасуирлауҙан үҫештең ҡаршылыҡтар, бәре лештәр аша барыуын һүрәтләргә саҡырыу башҡа әҙәбиәттәр, бигерәк тә рус әҙәбиәте өсөн дә хас ине. Жанрҙың заман та лаптары нигеҙендә сифат һынылышы яһауын рус прозаһында очеркка тартым хикәйәләрҙең күбәйеүендә, әҫәрҙең тормошта булған факт йә шәхескә бәйле тыуыуында ла күрергә мөмкин. Очеркка тартым хикәйәләр юғарыла телгә алған әҫәрҙәрҙе яҙған әҙиптәр ижадында асыҡ күренде.
Беҙҙең прозаиктарыбыҙҙың тап ошо йылдарҙа тормошҡа яҡынлашыуҙарын «һуғыштан һуңғы йылдарҙағы әҙәби күре нештәр» мәҡәләһендә Ә. Харисов та билдәләне. «Шул арҡала, — тип яҙҙы тәнҡитсе, — беҙҙең яҙыусылар йыш ҡына, арзан эффектҡа иҫәп тотоп, ҡулланып килгән шартлылыҡтан, әҫәрҙең композицияһын яһалма рәүештә ҡатмарландырып ебәреүҙән, ваҡиғаның тәбиғи ағышын уҡыусыны «шаҡ ҡаты рыр» өсөн киреле-миреле ҡыландырыуҙарҙан ҡотолдолар. Йәш 245