БИШЕНСЕ БҮЛЕК Традицияларҙың яңырыуы (Тормошсанлыҡ — яңылыҡтың нигеҙе) Илленсе йылдар оло ваҡиғаларға, илебеҙ, халҡыбыҙ тормо шонда ҙур роль уйнаған үҙгәрештәргә бай булды. Был йыл дарҙа башҡорт әҙәбиәте үҫешендә бөгөнгө көн темаһының өҫтөнлөк алыуы ла ошоға бәйләнгән. Ә етеҙ ағышлы заман үҙенең рухы менән әҙәбиәттең, шул иҫәптән прозаның да, яңыра барыуын билдәләне.
Тормоштоң төрлө тармаҡтарына үтеп инеү, яңынан-яңы горизонттарҙы яулау, разведка яһау — хәҙерге прозаның идея йөкмәткеһенә генә түгел, ә художество ҡаҙаныштарына ла тәьҫир итмәй ҡалманы. Тормоштоң етеҙ ағышын мөмкин тиклем тулыраҡ һүрәтләүгә ынтылыу яҙыусының позицияһын әүҙемләштерҙе. Сөнки тормошҡа әүҙем мөнәсәбәт кенә идея әүҙемлеген тыуҙыра ала. Был үҙ сиратында герой әүҙемлеген дә билдәләй. Ә инде геройҙың әүҙемлеге уның характерының асылыуына килтерә. Элеккерәк проза әҫәрҙәрендәге сюжетты тотоп тороусы персонаж биографияһын образдың характерын асырға ынтылыу алмаштыра. Был инде хәҙерге прозаның төп өлгәшеүе.
Яңы теманы үҙләштереү, геройҙы, уның характерын асыу юлдарын да төрләндерҙе, байытты. Иң мөһиме, биографизмды, нигеҙҙә, ваҡиға ағышына ҡоролған сюжетты яңыртты. Сөнки характерҙы, яңы әүҙем геройҙы уның тышҡы биографияһын ғына һөйләп асып булмай. Был үҙе үк кеше күңеленә үтеп инеүгә килтерҙе. Илленсе йылдарҙа лирик ағымдың артыҡ популярлашыуы һәм ҡайһы саҡта модаға әйләнеп китеүе ошоға ла бәйләнгән.
240