ул минең менән...»; ысынлап та, уның хаҡында һуңғы һүҙҙе, Әсғәт йәшәгән ғүмергә баһаны Гәүһәр әйтә. Айбулаттың: «— Беҙҙең полк ҙур шул ул... Тик бына шул ҙур полк эсендә һирәк-мирәк кенә булһа ла Ҡараҡаевтар осрай, шуныһы насар. Берәүҙәр ана шундай, ҡара эсле, йылан ағыулы була, икенселәре — просто ҡурҡаҡ...» — тигән һүҙҙәренә ялғап, Гәүһәр: «— Эйе, ҡурҡаҡтар ҙа бар шул беҙҙең арала. Улар данһыҙ үлем менән юҡҡа сығалар...» — тип йомғаҡ яһай. Аныҡ пози цияла, дөрөҫ ҡарашта тороусы, илде һаҡлауға ауыр ваҡыттарҙа тағы ла сынығыу алып, ысын көрәшсе булып киткән был өс кешенең, ысынлап та, Әсғәт, Мөхитдин Ҡараҡаев кеүектәрҙең ғүмер юлына баһа бирергә тулы хоҡуҡтары бар. Әҫәрҙә Айбу лат менән Әсғәттән тыш, Ләйләнең, бигерәк тә Гәүһәрҙең, Йо мағол ҡарт менән Хәтирә әбейҙең, Үткер Алиев менән Федор Бойковтың, Ғәлиә менән Бүләковтың образдары аруҡ асыҡ ҡына һыҙатланған. Был образдар төп геройға мөнәсәбәтле рәүештә генә түгел, үҙ аллы бер сюжет һыҙығы һәм хикәйәләү планы менән бирелгән. Дөрөҫ, ваҡыт-ваҡыт автор был күп планлы хикәйәләүгә хужа була алмай, уларҙың таралып китеүенән ҡурҡып буғай, Айбулат ярҙамына таянырға мәжбүр була. Әммә күп планлылыҡ, әҫәрҙә алынған тормош материа лын күп яҡлы күрһәтә белеү — был әҫәрҙең ыңғай моменты. Ул башҡорт романының «биографизм» рамкаһынан сыға барыуын, тормоштоң социаль йөкмәткеһен кеше яҙмышы аша бирә алыу мөмкинлегенә эйә була барыуын күрһәтте.
* * * Үрҙә тикшерелгән әҫәрҙәрҙән күренеүенсә, һуғыштан һуңғы башҡорт романы биографик характерҙағы, бер йәки ике тема лы, бер планлы романдан күп темалы һәм күп планлы эпик по лотно булып үҫә барҙы. Башҡорт романының был һыҙаты уның социаль йөкмәткеһенең ҙурайыуында, тормошто киңерәк һәм тәрәнерәк һүрәтләүгә эйә була барыуында ныҡ сағылды. Билдәле булыуынса, һуғыштан алдағы тәүге йылдарҙа һәм һуғыш осоронда оҙон ун йыл буйы күренеклерәк бер генә ҙур әҫәр ҙә ижад ителмәне. Был хәл, бер яҡтан, объектив сәбәптәргә (өлгөрөп еткән бөтә прозаиктарҙың да әҙәбиәттән сителеүе, прозаиктарҙың яңы, талантлы быуынының тик ил 238