ҡына. Тегеһенең кире өгөтләүен ул нәфрәтләнеп кире ҡаға. Уның үҙен хатта шул «ҡара эсле» Мөхитдин Ҡараҡаев менән рәттән ҡуя: «Бына һин китмәгәнһең бит әле. Ҡараҡаев тигән тағы берәү ҡалған...» Ә Мөхитдин Ҡараҡаев — элекке кулак малайы, бур һәм һуңынан хыянатсы бер ҡара эс. Ысынлап та, Айбулат бөтә халыҡ юлы, еңеү юлы, дан юлы менән атлаһа, Әсғәт аҡрынлап Ҡараҡаев юлына төшә бара. Уны был юлға халыҡтан ситтә тороу, йылы урын эҙләү төшөрә. Ул һуғышта ҡурҡаҡтар үлеме менән үлә. Уны хатта Гәүһәре лә аңлап етмәй: «— Әллә ниндәйерәк кеше һин, Әсғәт!» — ти Гәүһәр уға. Әсғәт яуап таба белә, әлбиттә: «— Характерым шундай инде. Уны икенсе яһап булмай бит хәҙер.
— Характер — ул һин уҡытҡан призмаларҙың һырҙары кеүек. Характерыңды бөтөнләй үҙгәртмәһәң дә шул һырҙарын шымарт. Хәҙер, һуғыш ваҡытында, таштар ҙа иреп аға... — Әсғәт, бер ни ҙә булмағандай, ҡыҙыҡ итеп йылмайҙы.
— Әгәр ҙә үҙгәрмәһәм ни булыр?
— Көрәшкә яраҡлаш. Шулай булмаһаң, Әҫғәт, тегендә барғас, һиңә бик ҡыйын булыр, бик ауыр булыр. ; — Тегендә барғас... Теге донъяға барғас...» «Теге донъяға барғас...» — Әсғәттең был һүҙҙәрендә тәрән күңел депрессияһы сағыла, әлбиттә. Сөнки был саҡта ул Дила ра кеүек спекулянттар менән аралашыуы арҡаһында «йылы урындан» ҡыуылған була. Ул инде, элеккесә, «тормош алдамаҫ. Үҙемә үҙем юл астым» тип, күкрәк һуға алмай. Тормошта ныҡ баҫып йәшәйем, яңылышмайым, тип уйлаған Әсғәт хәҙер албырғап ҡала. Әммә үҙенең киләсәген күрмәй. Уның фажи ғәһенең нигеҙе шунда. Әммә һаман да ул элекке ҡараштары нан арынып бөтә алмай. Фронтҡа барғас та әле ул үҙен урынһыҙға ҡыйырһытылған кеүек тоя. Физик эште яратмай. Шул арҡала хатта үҙенә окоп та ҡаҙмай. Фронтта артналет ваҡытында күршеһенең окобына инеп ятырға самалай. «Таныш кеше бит, яңыраҡ ҡына тәмәке менән һыйланым үҙен», тип уй лай. Тегеһе «үҙең ҡаҙ» тигәс, Гәүһәр бүләк иткән портсигарын тәҡдим итеп булһа ла окоп һатып алырға уйлай. Күршеһе уға ла риза булмағас, үҙе окоп ҡаҙырға тотона. Әммә өлгөрә алмай. Үлер алдынан ғына ул, бәлки, үҙ ғүмерендә тәүге тапҡырҙыр, кешесә дөрөҫ һүҙ әйтә: «— Юҡ... бөт-төм, — ти Әсғәт күҙ йәше аша. — Хат яҙ... Гәүһәрҙе... аңланым... Дөрөҫ әйткән миңә... Бәхетле булманы 237