булған тойғолар төрлөлөгөнә нигеҙләнде. Мораль проблема ларға мөрәжәғәт иткәнгә күрәлер инде, ике әҫәр өсөн дә публи цистик пафос хас булып, ваҡыт-ваҡыт был пафос әҫәрҙең жанр үҙенсәлегенә хатта кирерәк тәьҫир итте.
* * * «Нарыштау итәгендә» романында сюжет берлеген бырау лаусыларҙың яңы ойошҡан бер бригадаһының ысын коллек тивҡа әйләнеүен хикәйәләү барлыҡҡа килтерә. Коллективтың формалашыуы хеҙмәткә мөнәсәбәт планында һүрәтләнә. Кол лективтың ойошоуы йөҙ ҙә туҡһан туғыҙынсы скважинаны быраулау тарихы менән бергә бара. Әммә автор хикәйәләүҙе, Сәлмән сменаһының эшен күҙәтеүгә күсереп, тағы ла тарайта төшә. Хатта ул ваҡыт-ваҡыт тик Сәлмәндең, һөнәрселек мәктәбен бөтөрөп, яңы эшкә ҡайтҡан йәш кенә егеттең, тәүге скважина быраулауын һәм шул процеста тыуған уй-хистәрен анализлауға тиклем тарайта. Күренеп тора, ваҡиға ҙур күләмле полотно өсөн бәләкәй. Автор Сәлмәндең хеҙмәткә мөнәсәбәте нең юғары әхлаҡлылыҡҡа нигеҙләнеүен күрһәтә. Сәлмәнде яңы ынтылышлы осор, яңы шарттар тыуҙырған. Уның нимәлер асҡыһы, яңыса эшләгеһе, ынтылышлы йәшәгеһе килә. Ана шуға ла ул үҙенән дә, 199-сы буровойҙа арыу ғына барған эштән дә ҡәнәғәт түгел. Ул үҙенсә эҙләнә һәм эштең ул теләгәнсә шәп бармауының сәбәбен табырға тырыша. Әҫәрҙә ошо нигеҙҙә конфликт тыуҙырыла.
Унда ике позицияла торған ике кешенең ҡараштары бәре лешә. Юғары коммунистик идеалдар нигеҙендә тәрбиәләнгән комсомолец Сәлмән Сөләймәнов хеҙмәтте йәшәүҙең мәғәнәһе итеп ҡарай. Тапшырылған эште үҙ ағышында ғына үтәү уның өсөн енәйәт һымаҡ тойола. Ана шуның өсөн дә ул үҙ атаһының тиңдәше, ғаилә дуҫы Миңнеғолов Йәнтимерҙең позицияһын хата тип иҫәпләй һәм йәшлек ярһыуы менән үҙ ҡарашын үткәрергә тырыша.
Йәнтимер Миңнеғолов, ысынлап та, үҙ-үҙенән ҡәнәғәт бу лып уртаса ғына эшләп, арыу ғына йәшәп ятыуҙы яйлы күрә. «Тағы ни кәрәк? — тип ҡарар итә ул, — ҡулдан эш килә, һәнәр бар. Дәрәжә бар. Байлыҡ та юҡ түгел. Шулай әкренләп, иҫән-һау йәшәрбеҙ әле...» «Әкренләп йәшәү» өсөн ул етди генә саралар күрә: Минис терство аша бәләкәй литражлы автомашина ала. План буйын 8* 227