лай ҙа ҡапыл ғына ярһыу атлы берәүҙең Тимергә «боролоп- боролоп ҡарап», уның «кейемдәренә бысраҡ һыу сайып» үтеп китеүен һүрәтләй. Был ике кешенең тап Аҡселәндә осрашыуы ла, Гәрәйҙең ҡомло бысраҡ һыу сәсрәтеүе лә — ниндәйҙер дәрәжәлә символик мәғәнәгә эйә. Сөнки Тимер йоҡоға киткәс тә әле «бая һыу сәсрәтеп үткән кеше»не т ө ш ө н д ә күреп һата шып ята. Гәрәй ҙә йоҡлай алмай. «Ауылға килгән егет борсой» уны, «тағы нәмәләр күрәһе бар икән...» тип уфтана ул. «Ошо көрһөнөү ваҡытында, тыны менән бергә ҡушылып, барлыҡ ҡеүәте, ғүмер буйы талап йыйған донъяһы үҙенән айырылып сығып киткән шикелле» тойола уға. Ошо осрашыуҙы биреп, ав тор әҫәрҙең башында уҡ конфликттың характерын билдәләй, төп сюжет һыҙығын кемдәрҙең алып барасағын асыҡлай, төп идея-художестволы йөкмәткенең нимәгә таяныуын нигеҙләй.
Синфи яҡтан һиҙгер, идея-сәйәси йәһәттән өлгөргән кеше итеп һүрәтләнһә лә, автор Тимер Янһаровты бөтә нәмәгә лә әҙер ҡарашлы, әҙер яуаплы кеше итеп ҡуймай. Йәштәргә хас түҙемһеҙлек тә, ваҡытлы-ваҡытһыҙ ярһыу ҙа, тәжрибә етмәү арҡаһында үҙ-үҙен кешегә ҡаршы ҡуйыу ҙа, кешеләргә баһа биргәндә яңылышыу ҙа хас уға. Ул, әйтәйек, Фәхригә артыҡ ышанып, алдана, Саҡайҙың маҡтауының нимәгә нигеҙләнеүен күрмәй, Булатты ҡыр тибә, шуға тегеһе колхоздан ситләшеп йөрөй. Тимер Янһаровтың иң ҙур яңылышыуы — уның йән тыныслығына бирелеүе. Әлеге Октябрь байрамында колхоз һәм уның әһәмиәте тураһында, кулактар хаҡында бик һәйбәт док лад һөйләп тә ул, «Көрәш» колхозының эштәре ярайһы уҡ арыуланыуын күреп, ниндәйҙер бер эске ҡәнәғәтләнеү менән йән тыныслығына бирелә. Колхоздың сағыштырмаса нығы- ныуы, кулактарҙың ауылдан һөрөлөүе, һәр төрлө ҡоротҡос тарҙың фашланыуы уға инде ҙур еңеү булып тойола. Ул тыныс ланып ҡалаға китә һәм ун биш көн буйы ҡунаҡ булып ята. Ә кулак ҡалдыҡтары, һөргөндән ҡасып ҡайтҡан Гәрәй Шаҡма- нов етәкселегендә, был ғәмһеҙлектән файҙаланып, әүҙем хәрәкәт итергә тотона. «Көрәш» колхозындағы был тыныслыҡ дауыл алдынан була торған бер ғилләле һиллек булып сыға. Ваҡиғалар ҡабат ҡуйырып китә. Тимер Янһаров хәҙер «үҙен сыбыртҡыларҙай булып» ярһый ҙа бит, һуң инде. Әммә ул үҙ хаталарына һәм яңылышыуҙарына күҙ йоммай, тиҙерәк төҙәтергә тырыша, колхоз өсөн, халыҡ өсөн файҙалыраҡ кеше булырға ынтыла. Ауылға ҡайтыу менән эшкә егелә. Уны ауыл советы председателенең урынбаҫары итәләр. Әммә уның төп 219