ның эшмәкәрлеген ижтимағи-социаль ерлектә, бер яҡлы ғына күрһәтә тип ҡарарға ярамай. Тимер Янһаров шәхси тормошта ла, мөхәббәт планында ла, дуҫтары араһында ла күрһәтелә. Шулай уҡ яҙыусы үҙ геройының биографияһына ла ныҡ иғти бар итә. Уның күңелһеҙ бала сағы. Атаһының аҡ офицер Ҡор банов тарафынан үлтерелеүе. Аҙаҡ Ташлы балалар йортонда Ҡорбанов менән осрашыуы, тимер юл мәктәбе, тимер юлда эшләү, Нина Кругловаға яҡынлыҡ тойғоһо — былар барыһы ла һаналып ҡына китмәй, ә ысын йөрәктән уҙғарылып, поэтик фекерҙең үҫеш тенденцияһына нигеҙләнеп, ҙур рәссам ҡулы менән яҙылған.
Автор Тимер Янһаровты, әҫәрҙең төп геройы булараҡ, ваҡиғаларҙың башында уҡ индерә. Тәүҙә колхоз хәле хаҡында ҡыҫҡа белешмә бирелә. Ул геройҙың ниндәй солғанышҡа килеп кереүен асыҡлау өсөн кәрәк. «Белешмә»нән һуң яҙыусы «ә ошо ваҡыт...» тип үҙ геройының Ҡайынлыға йәйәүләп, аяҡтарын ҡабарта-ҡабарта ҡайтып килеүен һөйләп алып китә. Ошонда уҡ уның ни өсөн быға тиклем ауылдан ситтә йәшәүе, хәҙер ниңә ҡайтырға ҡарар итеүе аңлатыла: «Инде ул эштә үҙен танытып, алдынғыларҙан булып алғайны, ләкин ни эшләптер, ауыл тарта башланы: әсәй ҡартая, алама булһа ла өй бар. Ҡай тырға, колхозға кереп, хужалыҡты рәткә һалырға, әсәйҙе ҡарарға кәрәк... Бәлки, ҡайтмаған да булыр ине ул, ләкин өйөнән ауыр хәбәр алды шул».
Автор үҙ геройының күҙәтеүсән, һиҙгер, аналитик фекерле булыуын тәүҙән үк һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ауыл күренеү менән Ти мер Янһаров ундағы синфи-сәйәси хәлде тиҙ үк самалап ала. «Ауылда байтаҡ үҙгәрештәр булып үткәнлеге әллә ҡайҙан уҡ күренеп тора: урамдың ике осондағы ваҡ өйҙәр һирәгәйгәндәр, уларҙы аслыҡ йыл һыҙырып сыҡҡандыр инде; ә мәсет янында, урталыҡта, тимер түбәле өйҙәр элек икәү-өсәү генә була торғайны, хәҙер байтаҡ ишәйгәндәр, тимәк, хәллерәктәр бер тирәгәрәк уҡмашып ултырғандар». Ошондай дөйөм күҙал лауҙан һуң автор Тимер менән Гәрәй Шаҡмановты «яҙатайым» осраштыра. Был осрашыу символик мәғәнәгә эйә. Сөнки Тимер, асылда, Ҡайынлы ауылының әлеге «аслыҡ йылда һирәгәйгән ваҡ өйҙәрҙәге кешеләрҙе» мәсет эргәһендә «бер тирәгәрәк уҡмашҡан» хәллерәктәрҙән яҡлар өсөн ҡайтып килә. Ә Гәрәй — хәллерәктәрҙең төп фигураһы. Тимәк, улар тиҙҙән йөҙгә-йөҙ ҡаршы килеп алышаһы кешеләр. Яҙыусы Тимерҙең рәхәтләнеп йөҙә-сума һыу ингәнен һыҙыҡ өҫтөнә алып тасуир 218