әҫәрҙең дөйөм идея-художество концепцияһында ғына түгел, ә характерҙарҙың бирелешендә лә, сюжет төҙөлөшөндә лә, конфликттың йөкмәткеһендә лә, телдә лә, әҫәрҙең конкрет формаһында ла күренә.
«Аҡселән ташҡанда» романы тормошто күп яҡлы һүрәтләй. Унда ваҡиғаларҙың эпик йөҙө ваҡыт һуҙымы, пространство яҫылығы иҫәбенә генә түгел, күп планлылыҡ һәм тәрәнлек бәрәбәренә лә асыла. Әйтәйек, «Нигеҙ», «Беренсе аҙымдар» әҫәрҙәрендә ваҡыт тиҫтә йылдар менән үлсәнһә, «Аҡселән ташҡанда»ла бер көҙ, ҡыш һәм яҙ ғына тасуирлана. Әммә ошо осор эсендә лә автор бөтөн бер ауылдың яҙмышын, шул ауыл дағы айырым кешеләрҙең образдарын биреүгә өлгәшә.
Роман Ҡайынлы ауылы, ундағы «Көрәш» колхозы хаҡында мәғлүмәт биреү менән асыла. «Ана, Аҡселән йылғаһы аръяғын да, тау битләүендә ваҡ өйҙәр теҙелеп ултыра. Ҡайынлы ауылы ул, хәҙер — колхоз, «Көрәш» колхозы. Был баҫыу ҙа үреп ятҡан күтәремдәр, әле урылмаған ашлыҡтар колхоздыҡы була инде.
Төш яҡынлап бара, әммә колхозсылар эшкә сығырға ашыҡмайҙар әле, бары Шәрәф Иртөбәков менән бер төркөм йәштәр генә ырҙынға китте. Башҡа колхозсылар, беренсе һуғылған игендән йән башына өсәр бот аванс бүлешеп алғас, ҡыш киләһен дә, ҡыр эштәрен бөтөрөргә кәрәк икәнлеген дә оноттолар, күрәһең. Ә колхоздың йөҙ гектарға яҡын ашлығы урылмаған, өс кәбән көлтәләре һуғылмаған әле.
Быларҙың бөтәһе лә бригадир Яҡуп Мырҙабаев башына ҡайғы». Артабан автор эшкә килеүселәрҙе һанап сығыу, уларҙың кәйефен һөйләү һылтауы менән уҡыусының әҫәрҙең буласаҡ персонаждары менән таныштыра. Романда һүрәтлән гән ваҡиғаларҙың датаһы ла билдәле: Тимер Янһаров ауылға август аҙағында ҡайтып эшкә тотона һәм ҡыш үтеп, яҙ сығыуға инде уның етәкселегендә колхозда хәлдәр бөтөнләй икенсе төҫ ала. «Көрәш» колхозындағы бына ошо һүрән тормоштоң, Аҡселән ташҡандағы кеүек, ярҙарынан сығып, гөрләп китеүен хикәйәләү романдың сюжетын тәшкил итә.
Әҫәрҙә композицияны, сюжетты, хатта дөйөм идея- йөкмәткене үҙенсә түңәрәкләп, баһа биреп күҙ алдынан уҙға рыусы образ итеп Яҡуп Мырҙабаев алынған. Был асыҡ, саф күңелле, колхоз юлына ныҡ ышаныусы кеше авторҙың роман киңлегендә таяныу нөктәһе ролен үтәй. Ауылдың өс төркөмөнә лә (Тимер Янһаров, Ғариф Иртөбәков, Фатима һәм Ғамир 213