лышлы хәрәкәтенән үҫеп сыҡты, уларҙың төп һыҙаты һәм көсө — халыҡтың мәңге ҡаҡшамаҫ оптимизмын дөрөҫ сағылды- рыуында. Әммә Б. Бикбайҙы үткәндәрҙең драматик, хатта тра гик асылы мәңгелек көрәш тарихы юҡҡа ғына рухландырманы. Тарих уның өсөн һәр ваҡыт тере ине. Үҙ халҡының тарихы, үткән быуын кешеләренең тормошо хаҡында яҙғанда ул киләсәккә ҡараны, уның фекере һәр ваҡыт киләсәккә йүнәлгән булды. Ул тарихты киләсәк быуынға васыят итергә ынтылды. Сөнки яҙыусы тарихты ҡояшлы көндәр өсөн, киләсәк өсөн көрәш ҡоралы итә алһа ғына әһәмиәте барлығын бик яҡшы аңлай ине. Яҙыусының дөйөм ижад концепцияһы бына шуға нигеҙләнә лә инде.
Б. Бикбайҙың прозаһы, конкрет алғанда «Аҡселән ташҡан да» романы ла бына ошо концепциянан үҫеп сыҡты. 20-се йыл дар аҙағында коммунистар партияһы һәм Совет хөкүмәте В. И. Ленин күрһәтмәләренә таянып, ваҡ хужалыҡтарҙы эре социалистик хужалыҡтарға берләштереүҙе ойошторҙо. Ауылды коллективлаштырыуҙың тарихи яҡтан тәрән аҡланған, кәрәкле эш булыуын Б. Бикбай бик яҡшы аңлай. Ул был сараны совет йәмғиәтенең социалистик нигеҙҙә тарихи үҫеш ихтыяжы тыуҙырҙы тип ҡарай. Шуның менән бергә революцияға тиң был үҙгәрештең ғәжәп ҡатмарлы процесс икәнлеген дә төшөнә. «Аҡселән ташҡанда» романы коллективлаштырыуҙы тап ана шул тарихи үҫеш ихтыяжы тыуҙырған дөрөҫ юл итеп сағылдырыуы, художестволы яҡтан ышандырырлыҡ булыуы менән әһәмиәтле.
Был йәһәттән Тимер Янһаровтың Октябрь байрамында һөй ләгән докладынан килтерелгән өҙөктәр әҫәрҙең идея-проблема- тик йөкмәткеһен асыҡлап, йыйып әйтеп биреүе менән бик әһәмиәтле яңғырай: «— Беҙ хәҙер ауыл хужалығын тотош коллективлашты рыуҙың маяҡлы оло юлы менән барабыҙ. Был үҙенең һөҙөмтәләре менән Бөйөк Октябрь революцияһына тиң булыр лыҡ ҙур эш, иптәштәр! Дошман баҫыуҙағы ҡый үләне — аҡта мыр һымаҡ ул. Әгәр тотош тамырынан аҡтарып ташламаһаң, аҡтамыр ерҙе баҫып ала, игенде үҫтермәй. Шулай уҡ кулактар ҙа беҙҙең бәхетле, ҡояшлы колхоз тормошобоҙҙо юҡ итер өсөн, теш-тырнаҡтары, бысраҡ тамырҙары менән йәбешеп яталар. Ләкин беҙ быға юл ҡуймабыҙ, дошман ҡаршылыҡтарын тар- мар итеп, социализмдың тулы еңеүенә ирешербеҙ!» Бөтә нәмәгә тарихи күҙлектән ҡарау, тарихи килеш ана шул тарих барышын тойоуға барып тоташа ла инде. Был 212