ке бунтарь шәкерт, унан хәлфә Ниғмәт Йәсәүи менән парти занлыҡ иткән көслө рухлы, яҡты ҡарашлы уҡытыусы. Улар Ҡарасәйҙе икәүләп алға етәкләйҙәр. «.. .Ҡарасәйлеләр үҙ күршеләренән элек, мең туғыҙ йөҙ егерме туғыҙынсы йылда ук, колхоз ойошторҙолар, һәм уларҙың тормошо яңы, ныҡлы юлға һалынды», — тип хәбәр итә автор. Шуның өсөн дә бында ав тор «Аҡселән ташҡанда»ла һүрәтләнгән «Көрәш» колхозы өсөн хас хаталар, етешһеҙлектәр, кулактар хаҡында түгел, ә күберәк дәртле Йәсәүиҙең киләсәк хаҡындағы пландары, хыялдары: баҡса үҫтереү, сиҙәм күтәреү, машиналар алыу хаҡында һөйләй. Ауылдың ошолай яҡты картинаһын бирә лә автор, ҡырт ҡына киҫеп, романда һөйләнәсәк ваҡиғаларҙың сығанағы, төйөнө хаҡында әйтеп ҡуя: «Ҡарасәйлеләр, бер ни һиҙмәйенсә, бына ошолай һөйләшеп ҡайтып барғанда, уларҙың ауылына бөтөнләй башҡа яҙмыш әҙерләнә ине. Яҙ башынан алып Ҡарасәй тураһында ауыр промышленность наркомы Серго Орджоникидзе кабинетында ла, ғилми конференцияларҙа ла, «Уралнефть» тресында ла, Башгеология управлениеһында ла һәм Башҡортостан совнаркомында ла һүҙ бара ине.
...Ә ул арала тормош үҙ юлы менән бара торҙо».
Әҫәрҙә, шулай итеп, ваҡиғалар ике йүнәлештә аға. Берен- сеһен — башҡорт нефте өсөн көрәш, икенсеһен Ҡарасәй ауы лының яҙмышы барлыҡҡа килтерә. Әммә ваҡиғаларҙың ошолай ике йүнәлештә ағышы һис тә композицион, йә булмаһа идея- тематик тарҡаулыҡҡа килтермәй. Асылда, сюжеттың был ике типкене бер идея-художество концепцияны төҙөй.
* * * Ҡарасәйҙең яҡты киләсәге романда әленән-әле иҫкә алына. Ул турала бигерәк тә Йәсәүи Хәкимов күп һөйләй. Сөнки ул туҡһан һигеҙ йортло ошо ауыл өсөн күпме ҡан һәм тир түккән. Шуға ла ул ҡарасәйлеләргә үҙенең балалары кеүек ҡарай, уларҙы нисек тә булһа колхозда тоторға, ауылды ҙурайтырға, уны бәхетлерәк итергә тырыша.
Йәсәүиҙә әле крәҫтиән ҡарашы көслө, ул ауыл кешеһенең бәхетен ер менән бәйләнештә күрә. Буровой өсөн әҙерәк ер кәрәк булғас, ул ҡарасәйлеләрҙең бәхетен бөтөнләй тартып алалар кеүек күрә. Шуға ла ул Алтынбаевҡа ер һәм бәхет хаҡында бөтөн бер тирада уҡый: 205