башҡа бөтә кешегә ҡарағанда ла асығыраҡ тоя, нығыраҡ кисерә. Ошо хәҡиҡәттән сығып, С. Ҡудаш ике халыҡтың ике шағиры хаҡындағы был тарихи повесында ҙур ғына дөйөм ләштереүҙәр яһай.
Донъя цивилизацияһының оло юлына сығып барған ике ҡәрҙәш халыҡтың үҫешен 1905 йылғы буржуаз-демократик революция тағы ла тиҙләтте. Татар телендә милли матбуғаттың барлыҡҡа килеүе был үҫеште тағы ла шәбәйтте. Йөкмәткеһе менән демократик, халыҡсан, фекер йөрөтөүе менән тормош тоң социаль нигеҙҙәрен тәнҡит итеүсе яңы әҙәбиәттең тыуыуы, уҡыу-уҡытыу өлкәһендәге йәнләнеү — былар барыһы ла тор моштоң бығаса булмаған йүнәлештә үҫеп китәсәгенә ишара яһап тора ине. Ике шағир ҙа бына ошоно тоя һәм ошо яңы йүнәлеш хаҡына ижад итә ине. Ябай халыҡҡа хеҙмәт итеү, уның күңелендә «аҡ нур һыҙыу», яҡтылыҡ төшөрөү — ике шағирҙың да төп бурысы булды. Ике шағирҙың ижади эшмәкәрлеген, ҡараштарын, халыҡты алға әйҙәүҙәрен, шул уҡ ваҡытта һәр ваҡыт халыҡ менән бергә булырға ынтылыуҙарын һүрәтләү аша С. Ҡудаш халыҡтың социаль-милли үҙаңы үҫешен дә күрһәтә алды. Ана шул яғы менән был повесть саҡ ҡына һуңыраҡ сыҡҡан «Нигеҙ», «Беренсе аҙымдар» кеүек әҫәр ҙәрҙең проблематик йөкмәткеһен алдан билдәләгәндәй булды.
«Нигеҙ» (1950), «Беренсе аҙымдар» (1952) романдарының төп йөкмәткеһен утыҙынсы йылдарҙың социаль-милли харак терҙағы ҡаршылыҡтары барлыҡҡа килтерә. Яңы дәүерҙә башҡорт милли ижади интеллигенцияһының барлыҡҡа килеүен күрһәтеү аша автор шул дәүерҙә халыҡтың социаль-милли яҡтан яңы баҫҡысҡа күтәрелеүен, сифат яғынан үҫеүен сағыл дыра. Ғүмер баҡый баш баҫып эшләп йөрөгән Ташбулат һуңға табан ныҡ, тура атларға, Миртимер малай әйтмешләй, алпамы- шалай турайып баҫырға өйрәнә.
һуғыштан һуң сыҡҡан тәүге романдар («Нигеҙ», «Беренсе аҙымдар») үҙҙәре бер тематик төркөм төҙөй. Романдарҙың икеһендә лә егерменсе йылдарҙың аҙағы, утыҙынсы йылдарҙың башы һүрәтләнә. Ил тарихында, халыҡ тормошонда был дәүер тәрән социаль-милли үҙгәрештәре менән характерлы. Утыҙын сы йылдарҙа ижад ителгән романдарҙа революция һәм граж дандар һуғышы, ысын азатлыҡ яулау, яңы власть урынлашты рыу кеүек грандиоз ваҡиғалар һүрәтләнһә, һуғыштан һуңғы тәүге романдарҙа яңы ил төҙөү, ошо яңы илдең гражданины — яңы кеше формалашыуы кеүек ҡатмарлы тормош төп йөкмәтке 188