социаль тигеҙһеҙлектең сәбәптәрен эҙләү һиҙелеп ҡалһа ла, асылда, «яуапһыҙ һорау» схемаһы өҫтөнлөк алды. Социаль мо- тивтарҙың артыҡ дөйөмлөгө һәм картиналарҙың натуралистик йөкмәткеһе хикәйә жанрының үҫешен тотҡарланы. Сөнки был хикәйәләрҙең авторҙары үҙҙәре лә әле социаль-милли, ижти- мағи-сәйәси яҡтан асыҡ ҡына позиция ала алмағайны. Шулай ҙа хикәйә жанрында аҡрынлап тормоштан зарланыу урынына уны тәнҡит итеү көсәйә барҙы. Был эволюция бигерәк тә М. Ғафури хикәйәләрендә асыҡ күренде.
* * * Октябрь революцияһы тыуҙырған матбуғат башҡорт мәҙәниәтенең, сәнғәтенең һәм әҙәбиәтенең бишеге булды. Тәүге шиғырҙар ғына түгел, нәҫерҙәр, фельетон, памфлеттар һәм хикәйәләр, хатта ҙур мемуарҙарҙың башы булған ябай иҫтәлек тәр ҙә фронт һәм армия политбүлектәре, партия ойошмалары, совет власы тыуҙырған гәзиттәрҙә сыҡтыг Ана шуның өсөн дә революцияның тәүге йылдарында әҙәбиәте — матбуғаттан, матбуғатты — әҙәбиәттән тыш күҙ алдына ла баҫтырып булмай. Революция, уны һаҡлау, яңы тормош төҙөү рухы менән һуға рылған был яҙмаларҙа иң мөһим һыҙаттар — пафос юғарылығы һәм ынтылыштың яҡтылығы булды. Бына ошо яңы тормошто раҫлау, киләсәккә ынтылыу рухы әҙәбиәтебеҙҙең бөтә тарихы на юлдашлыҡ итәсәк мотлаҡ бер компонент булып ҡалды.
Ошо раҫлаусы пафос ул осорҙағы прозаның жанр йөҙөн дә билдәләне. Жанрҙар йәһәтенән Октябрҙең тәүге йылдарындағы прозала шундай үҙенсәлекле хәлде күҙәтергә мөмкин.
Тәүге проза әҫәрҙәре, нигеҙҙә, сатиранан (фельетон, пам флет, сатирик зарисовка) һәм информациялы публицистиканан (очеркка тартым публицистик-агитациялы мәҡәләләр, нәҫер һәм идеяһы артыҡ өйрәтеүгә, яҙыусының үҙ ҡарашын аңла тыуға ҡоролған ҡыҫҡа хикәйәләр) торҙо. Был осор публицисти каһында ғына түгел, хикәйә һәм очерктарында ла, нәҫерҙәрҙә лә яҙыусының идея-художество концепцияһын яңылыҡтарҙы, тормош барышындағы айырым ваҡиға-күренештәрҙе исемләп, шуларҙы аңлатып яҙыу алмаштырғыланы. Йәғни, ваҡиға һәм күренештәрҙең революцион асылын һөйләү хеҙмәтсән масса ларҙың үҙҙәренә, уларҙың тормошон яҡшыртыуға файҙалы икәнлеген аңлатыу менән бергә барҙы. Аңлатмалы прозаның 18